21 Хеҙмәтселәре унан: – Ниңә улай эшләйһең? Балаң иҫән саҡта ураҙа тоттоң, иланың, балаң үлгәс, торҙоң да ашап алдың, – тинеләр.
Шунан Дауыт ерҙән тороп йыуынды, хуш еҫле май һөртөп, кейемен алыштырҙы ла Раббы йортона барып ғибәҙәт ҡылды. Өйөнә ҡайтҡас, аҙыҡ килтереүҙәрен һорап, ашап алды.
Дауыт яуап бирҙе: – Бала иҫән саҡта ураҙа тотоп, илауымдың сәбәбе шул: бәлки, Раббы миңә шәфҡәт ҡылыр ҙа бала иҫән ҡалыр, тип уйлағайным.
– Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы.
Алла Рухына эйә булған кеше иһә бөтә нәмә тураһында ла фекерләй ала, әммә уның үҙе тураһында бер кем дә фекер йөрөтә алмай.