20 Шунан Дауыт ерҙән тороп йыуынды, хуш еҫле май һөртөп, кейемен алыштырҙы ла Раббы йортона барып ғибәҙәт ҡылды. Өйөнә ҡайтҡас, аҙыҡ килтереүҙәрен һорап, ашап алды.
Дауыт, хеҙмәтселәренең үҙ-ара шыбырҙашҡанын күреп, балаһының гүр эйәһе булғанын аңланы. – Бала вафат булдымы? – тип һораны. – Эйе, вафат булды, – тинеләр.
Хеҙмәтселәре унан: – Ниңә улай эшләйһең? Балаң иҫән саҡта ураҙа тоттоң, иланың, балаң үлгәс, торҙоң да ашап алдың, – тинеләр.
Теҡоғаға кеше ебәреп унан бер аҡыллы ҡатынды килтертте. Ул был ҡатынға: – Ҙур хәсрәткә тарыған кеше кеүек өҫтөңә ҡайғы кейемдәре кей ҙә, зәйтүн майы һөртмәйенсә, мәрхүм булған кеше өсөн күп көндәр илаған ҡатын ҡиәфәтендә
Шаулдың ейәне Мефи-Бошеҫ та батшаны ҡаршыларға килде. Ул батша ҡаланан сығып киткәндән алып иҫән-аман кире әйләнеп ҡайтҡанға тиклем аяғын йыумай, һаҡалын киҫмәй, кейемен дә йыумағайны.
Раббы һандығын алып килеп, уны үҙ урынына – Дауыт ҡорҙорған сатыр уртаһына ҡуйҙылар. Дауыт Раббы хозурында тотош яндырыу ҡорбандары һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе.
Дауыт Раббы хозурына барып ултырҙы. Доға ҡылып, былай тине: – Эй Раббы Хакимым, мин һәм минең нәҫел-нәсәбем кем һуң, Һин мине шул тиклем юғары күтәрҙең!
Әйүп торҙо ла ҡайғыһынан сапанын йыртып ташланы, сәсен ҡырҙы ла ергә йөҙтүбән ҡапланды.
Әйүп ҡатынына: – Шыр тиле бисәләр һымаҡ һөйләнеп тораһың. Алланан яҡшыны ғына ҡабул итеп, ямандарын алмайыҡмы? – тип яуап ҡайтарҙы. Ошо хәлдәрҙән һуң да Әйүптең ауыҙынан гонаһ һүҙ сыҡманы.
Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем! Эй Раббым, Аллам! Һин ниндәй бөйөк, Дәрәжә менән шөһрәткә сорналғанһың.
Тауҙар өҫтөнән, үҙәндәр буйлап, Һин уларға тәғәйен иткән ергә аҡҡан.
Эй Аллам, Һинең ихтыярыңды үтәүҙән мин зауыҡланам, Ҡануның минең күңел түремдә».
Дәрәжә һәм шөһрәт Уның хозурында, Изге торлағында – ҡеүәт һәм гүзәллек.
Үҙеңде аҡыл эйәһе тип һанама, Раббынан ҡурҡ, ямандан йыраҡ тор.
Һәр саҡ аҡ төҫтәге кейемдәр кей, башыңа еҫле май һөрт.
Ә һин ураҙа тотҡанда сәсеңде майла һәм битеңде йыу.
Һин Минең башыма хатта ябай май ҙа һөртмәнең, ә ул Минең аяҡтарымды хуш еҫле май менән майланы.
Һин йыуынып таҙарын, матур итеп кейен, еҫле май һөрт тә ырҙын табағына бар. Ләкин Боғаз ашап-эсеп алмайынса, күҙенә салынма.
Инде минең гонаһымды ярлыҡа, бергәләп кире ҡайтайыҡ – Раббыға ғибәҙәт ҡылайым.
Шемуил уның менән бергә кире боролдо, һәм Шаул Раббыға ғибәҙәт ҡылды.