2 Байҙың ваҡ малы ла, эре малы ла бик күп булған.
Раббы Наҫан пәйғәмбәрҙе Дауытҡа ебәрҙе. Наҫан, уның янына килеп, былай тине: – Бер ҡалала ике кеше йәшәгән: береһе бай, икенсеһе фәҡир булған.
Ә фәҡирҙең бәрәс кенә сағында һатып алған бер һарығынан башҡа бер нәмәһе лә булмаған. Бәрәс уның балалары менән бергә үҫкән, хужаһы нимә ашаһа, шуны ашаған, уның һауытынан эскән, күкрәгенә башын һалып йоҡлаған, ҡыҫҡаһы, ҡыҙы һымаҡ булған.
Һиңә хакимыңдың һарайын бирҙем, ҡатындарын ҡуйыныңа ятҡырып, Исраил менән Йәһүҙә батшалығын ҡулыңа тапшырҙым. Әгәр ҙә һиңә был да аҙ булһа, тағы ла өҫтәп бирер инем.
Батша, һарайҙағы бөтә кешене эйәртеп, юлға сыҡты. Һарайға күҙ-ҡолаҡ булып торһондар өсөн үҙенең ун йәриәһен генә ҡалдырҙы.
Ул ете мең баш ваҡ малға, өс мең дөйәгә, биш йөҙ пар екке үгеҙгә, биш йөҙ инә ишәккә һәм бик күп хеҙмәтселәргә хужа булып, Шәреҡтә йәшәгәндәр араһында иң бөйөк кеше ине.