Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 12:10 - Изге Яҙма

10 Мине һанға һуҡмағаның һәм хитти Урияһтың ҡатынын алғаның өсөн ҡылыс мәңге йортоң өҫтөндә эленеп торор».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 12:10
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә төндә Алла, Авимәләхтең төшөнә инеп, былай тине: – Был ҡатынды үҙеңә алған өсөн үләсәкһең, сөнки уның ире бар.


Батша был хәбәрҙән ҡойолоп төштө лә илап ебәрҙе һәм бер туҡтауһыҙ: – Улыҡайым Авшалом! Улыҡайым минең Авшалом! Һин үлгәнсе үҙем генә үлһәмсе, улыҡайым! – тип һамаҡлай-һамаҡлай ҡапҡа башындағы бүлмәгә йүнәлде.


Сөнки, хитти Урияһҡа ҡарата булған ҡылығын һанамағанда, Дауыт ғүмеренең ахырына тиклем Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр эшләне, Раббының ҡушҡандарынан тайпылманы.


Яҡшылыҡҡа яманлыҡ менән атҡандың йортонан бәлә китмәҫ.


Исхаҡ нәҫеленең табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡҡа сығыр, Исраилдың мөҡәддәс урындары емерелер, Яровғам батша йортона ҡаршы ҡылыс күтәрермен.


ә тотош ай буйы ашарһығыҙ. Һеҙ үҙ арағыҙҙағы Раббыны кире ҡаҡтығыҙ, Уның алдында: „Мысырҙан ниңә киттек икән?“ – тип илауланығыҙ, шуның өсөн алҡымығыҙҙан артылғансы, бүккәнсе ашарһығыҙ».


Ғайса уға: – Ҡылысыңды ҡыныңа тыҡ! Ҡулына ҡылыс алған һәр кем ҡылыстан һәләк булыр! – тине.


Бер кем дә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: ул йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.


Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло изгелеген, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы?


Шулай итеп, был бойороҡтарҙы ҡабул итмәүселәр кешене түгел, ә һеҙгә Изге Рухын ебәреүсе Алланы кире ҡаға.


Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ