5 Бер аҙҙан ҡатын ауырға ҡалғанын белде лә был хаҡта Дауытҡа хәбәр итте.
Дауыт Йоавҡа: «Хитти Урияһты минең янға ебәр», – тигән хәбәр күндерҙе. Йоав Урияһты Дауытҡа ебәрҙе.
Сөнки көнсөллөк – ирҙе ярһытҡыс бер көс ул, үс алған сағында аяп тормай.
Берәйһе ирле ҡатын, яҡынының ҡатыны менән зина ҡылһа, зинасылар икеһе лә үлтерелһен.
Әгәр берәй ир икенсе ирҙең ҡатыны менән ятҡанда тотолһа, уларҙың икеһе лә – быны эшләгән ир ҙә, ҡатын да – үлтерелергә тейеш. Исраилдан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ.