27 Мәрхүм иренең вафатынан һуңғы мөҙҙәтен үткәргәс, Дауыт артынан кешеләр ебәреп, уны үҙ өйөнә алды. Баҫ-Шевағ уның ҡатыны булды һәм ул табып бирҙе. Әммә Дауыттың был эшен Раббы оҡшатманы.
Уның был ҡылығын Раббы хушһынманы, шуның өсөн Раббы уға ла әжәл ебәрҙе.
Ни өсөн һин, Раббының һүҙен һанға һуҡмайынса, Уның алдында яуызлыҡ ҡылдың? Хитти Урияһтың ҡатынын алыр өсөн уны ҡылыстан үлтерттең. Ғаммондар ҡылысынан үлтерттең һин уны.
Әгәр инде Ул: «Мин һине хуш күрмәйем», – тип әйтә икән, әҙермен – минең менән нимә теләһә, шуны эшләһен әйҙә, – тине.
Ахав, изреғилле Навоҫтың үлгәнен ишеткәс, уның баҡсаһын алырға китте.
– Нимә, дошманым, тоттоңмо мине? – тине Ахав Ильясҡа. – Тоттом, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Сөнки һин Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәргә бирелдең.
Алла ла был эште хуш күрмәй, шунлыҡтан Ул исраилдарға ҡаза ебәрә.
Хозурыңда тора алмаҫ тәкәбберҙәр, Бөтә яманлыҡ ҡылыусыларға нәфрәтлеһең,
Күршеһенең ҡатыны менән йөрөгән кешенең дә хәле шулай; кем ундай ҡатынға ҡағыла, язаһыҙ ҡалмай.
Ниәттәрен Раббыға күрһәтмәҫ өсөн Тәрәнгә йәшеренгәндәрҙең башына ҡайғы! Ҡараңғылыҡта эш иткән был бәндәләр: «Беҙҙе кем күрер ҙә кем белер?» – тип әйтер.
Ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ҡалыуын Бөйөк Хаким әллә күрмәй тиһегеҙме?
Ишай Дауыт батшаның атаһы ине. Дауыт Урияһтың ҡатынынан тыуған Сөләймәндең,
ҡыҙ менән ятҡан ир уның атаһына илле көмөш бирһен һәм уға өйләнһен. Ҡыҙҙы хурлыҡҡа ҡалдырғанға күрә ир уны ғүмер буйы айыра алмаҫ.
Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит.