Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 11:11 - Изге Яҙма

11 – Изге һандыҡ та, Исраил менән Йәһүҙә ғәскәрҙәре лә ҡыуышта йәшәй, хакимым Йоав менән уның яугирҙәре лә асыҡ яланда ҡуна, – тине Урияһ. – Ә мин өйөмә ҡайтып, ашап-эсеп, ҡатыным менән йоҡлап ятайыммы? Һинең менән, һинең ғүмерең менән ант итеп әйтәм: мин улай эшләйһе түгелмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 11:11
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауытҡа Урияһтың өйөнә ҡайтмағанын еткерҙеләр. Дауыт Урияһтан: – Оҙон юлдан йонсоп бөткәнһең, ниңә өйөңә ҡайтманың? – тип һораны.


– Һин был хәбәрҙәреңде Йоав ҡушыуы буйынса һөйләмәнеңме? – тип һораны батша. – Ғүмерең оҙон булһын, хакимым батша, тап өҫтөнә баҫтың – батшанан бер ни йәшереү мөмкин түгел икән, – тине ҡатын. – Мин һиңә ҡолоң Йоавтың өйрәтеүе һәм ҡушыуы буйынса һөйләнем.


Дауыт Авишайға: – Инде Бихри улы Шевағтың беҙгә Авшаломға ҡарағанда ла күберәк зыян килтереүе бар. Минең кешеләремде ал да уны эҙәрләргә сыҡ. Юғиһә уның, берәй нығытылған ҡалаға барып, күҙебеҙҙән юғалыуы бар, – тине.


Көндәрҙән бер көндө батша Наҫан пәйғәмбәргә: – Бына мин кедр ағасынан һалынған йортта йәшәйем, ә Алла һандығы сатырҙа тора, – тине.


Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан көндән башлап бөгөнгә тиклем өй эсендә йәшәмәнем, бер ерҙән икенсе ергә күсенеп йөрөгәндә урыным гел сатырҙа – Изге торлаҡта булды.


Муса Ғад менән Рәүвән улдарына былай тине: – Туғандарығыҙ яуға китер, ә һеҙ бында ҡалырһығыҙмы?


Әгәр ҙә Мин, һеҙҙең Хакимығыҙ һәм Остазығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуғанмын икән, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙең аяҡтарын йыуырға тейешһегеҙ.


Түҙәбеҙ икән, Уның менән бергә батшалыҡ та итербеҙ. Унан баш тартабыҙ икән, Ул да беҙҙән баш тартыр.


– Эй хакимым! Ғүмерең менән ант итәм, хакимым, – тине Ханна. – Яныңда тороп Раббыға ялбарған ҡатын мин.


Шаул Ахияһҡа: – Алланың һандығын килтер, – тине. Ул сағында Изге һандыҡ исраилдарҙа ине.


Пелештигә ҡаршы барған Дауытты күргәс, Шаул ғәскәр башлығы Авнерҙан: – Авнер, был үҫмер кемдең улы? – тип һораны. – Ғүмерең оҙон булһын, батшам, белмәйем, – тип яуап ҡайтарҙы Авнер.


Әммә Дауыт ант итеп: – Һинең мине хуш күргәнеңде атайың бик яҡшы белә. Шуға күрә: «Был хаҡта Йонаҫан һиҙмәһен, юғиһә көйәләнер», тип уйлай. Әммә тере Раббы ла, һин дә шаһит: минең менән әжәл араһында тик бер аҙым ғына, – тине.


Ә әле, эй хакимым, тере Раббы ла, һин дә шаһит: ҡан ҡойоуҙан, үҙ ҡулың менән үс алыуҙан тыйып ҡалған Раббы дошмандарыңды һәм һин хакимыма ҡарата күңелдәрендә асыу-мәкер һаҡлаусыларҙың барыһын да Навал һымаҡ итһен!


Халыҡ Шилоға кешеләр ебәрҙе һәм кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Килешеү һандығын килтерҙеләр. Ғәлиҙең ике улы Хофни менән Пинхас Алланың Килешеү һандығы янында ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ