Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 10:6 - Изге Яҙма

6 Ғаммондар, Дауыттың асыуына дусар булғандарын аңлағас, хәбәр ебәреп, Бейт-Реховта һәм Совала йәшәгән арами халҡынан егерме мең йәйәүле ғәскәр, Мағаха батшаһынан – бер мең һәм Товтан ун ике мең яугир ялланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 10:6
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡуп Шимғон менән Левигә: – Башыма бәлә килтерҙегеҙ һеҙ! Урындағы халыҡ – ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәрҙе миңә дошман иттегеҙ, – тине. – Кешеләребеҙ аҙ, хәҙер улар күмәкләшеп килер ҙә мине үлтерер, бөтә ырыуыбыҙ һәләк булыр!


Был хәбәр Дауытҡа килеп еткәс, ул илселәрен ҡаршы алырға кешеләр ебәрҙе, сөнки улар бик ныҡ мыҫҡыл ителгәйне. Батша уларға: «Һаҡалдарығыҙ үҫкәнсе, Йерихола ҡалып тороғоҙ, шунан ҡайтырһығыҙ», – тигән бойороғон еткерергә ҡушты.


Был хаҡта ишеткәс, Дауыт иң ҡаһарман ғәскәре менән Йоавты уларға ҡаршы ебәрҙе.


– Атайың һарайға күҙ-ҡолаҡ булыр өсөн йәриәләрен ҡалдырған, – тине Ахиҫофел Авшаломға. – Һин шулар менән йоҡла. Шул саҡ һинең атайыңда үҙеңә ҡарата ниндәй нәфрәт уятҡаныңды бөтә исраилдар ишетер ҙә һинең яҡлыларҙың көсө артыр.


Мағаханан Ахасбай улы Әлифәләт; Гилонан Ахиҫофел улы Әлиғам;


Сова батшаһы Һададғәзәр Рехов улы Евфрат йылғаһы буйындағы биләмәләрен кире ҡайтарыу ниәте менән килгәс, Дауыт уны ла тар-мар итте.


Дамаскта йәшәгән арами халҡы Сова батшаһы Һададғәзәргә ярҙамға килгәс, Дауыт уларҙың егерме ике мең кешеһен үлтерҙе.


эргәһенә төрлө енәйәтсел бәндәләрҙе туплай һәм шуларҙың башлығы булып ала. Дауыт Һададғәзәрҙе тар-мар иткәндән һуң, улар Дамаскка барып урынлаша һәм Резонды тәхеткә ултырта.


Сөнки Раббы Хаким арами тупламына яу арбаларының гөрһөлдәүе, ат тояҡтарының туҡылдауы – ҙур бер ғәскәр сығарған тауышты ишеттергәйне. Арамиҙар бер-береһенә: «Ҡарағыҙ әле, Исраил батшаһы беҙгә ҡаршы хитти һәм Мысыр батшаларын яллаған, күрәһең», – тиешеп,


Ауыҙымдан ағылыр хикмәтле һүҙҙәр; Аңлау бирер күңелемдәге фекерҙәр.


– Һеҙҙең нимә эшләгәнегеҙҙе Раббы Үҙе күрһен, Ул һеҙҙе Үҙе хөкөм итһен. Һеҙҙең арҡала фирғәүен менән уның хеҙмәтселәре беҙҙе күрә алмаҫ булды. Беҙҙе үлтерһендәр өсөн уларҙың ҡулдарына ҡылыс тотторҙоғоҙ, – тинеләр.


хөкөмгә сығарырға ашыҡма; юғиһә аҙаҡтан, яҡының оятҡа ҡалдырғас, нишләрһең?


Миспаға Гедалъяһҡа килделәр. Улар – Неҫанъяһ улы Исмәғил, Ҡареах улдары Йоханан менән Йонаҫан, Танхумәҫ улы Сераяһ, Нетофанан Ғефайҙың улдары, атаһы Мағаханан булған Язанъяһ үҙҙәренең кешеләре менән ине.


Араларындағы ялланған яугирҙәр Һимертелгән башмаҡ һымаҡ; Улар ҙа боролоп сабыр, ҡаршы тора алмаҫ; Сөнки уларҙың һәләкәт көнө, язаланыр мәле килде.


Менашше нәҫеленән булған Яир гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың сигенә тиклем һуҙылған бөтә Аргов төбәген яулап алды һәм уны үҙенең исеме менән атаны. Башанды бөгөнгө көнгә тиклем Яир ауылдары тип йөрөтәләр.)


Ифтах ағай-энеләренән ҡасып китте һәм Тов ерендә төйәкләнде. Уның янына йыйын әтрәгәләм тупланып, баҫҡынсылыҡ менән шөғөлләнә башланылар.


Ғаммон халҡы Исраилға һөжүм иткәс, Ғилғәд аҡһаҡалдары Тов еренә Ифтахты алырға килде.


Лаиш халҡына ярҙамға килеүсе булманы, сөнки был ҡала Сидондан алыҫ, ә күршеләре менән аралашмай инеләр. Лаиш Бейт-Реховҡа яҡын үҙәндә урынлашҡайны. Дан кешеләре, ҡаланы яңынан аяҡҡа баҫтырып, шунда йәшәй башланы.


Исраилдар Шаулдың пелешти ғәскәрен ҡыйратыуы тураһында һәм пелештиҙәрҙең Исраилға асыулы икәнен белде. Бынан һуң халыҡ Шаул янына Гилгалға саҡырылды.


Ахиш уға тулыһынса ышанды: «Дауытты исраилдар үҙҙәре күрә алмай, тимәк, ул бынан һуң миңә мәңге тоғро хеҙмәт итәсәк», – тип уйланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ