17 Был турала Дауытҡа хәбәр иткәс, ул, барлыҡ исраилдарҙы йыйып алды ла, Иорданды аша сығып, Хеламға килде. Арамиҙар сафҡа теҙелеп Дауытҡа ҡаршы торҙо һәм алыш башланды.
Һададғәзәр, хәбәр ебәреп, Евфрат йылғаһы аръяғында йәшәгән арамиҙарҙы саҡыртып алды. Улар Һададғәзәрҙең ғәскәр башлығы Шовах етәкселегендә Хеламға килде.
Арамиҙар Исраил ғәскәренән ҡаса башланы. Дауыт арамиҙарҙың ете йөҙ яу арбаһын, ҡырҡ мең һыбайлыһын юҡ итте; уларҙың ғәскәр башлығы Шовахты яраланы һәм Шовах шунда үлеп ҡалды.
Был турала Дауытҡа хәбәр еткәс, ул барлыҡ исраилдарҙы йыя ла, Иорданды аша сығып, арамиҙар янына килә. Ул ғәскәрен дошман ҡаршыһына сафҡа теҙә һәм ике арала алыш башлана.