14 Арамиҙарҙың ҡасҡанын күргән ғаммондар ҙа, Авишайҙан ҡасып, кире ҡала эсенә сигенделәр. Ғаммондар менән алыштан һуң, Йоав Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайтты.
Үҙҙәренең исраилдарҙан еңелгәнен аңлағас, арами ғәскәре бергә тупланды.
Яҙ еткәс, батшалар яуға сыға торған ваҡытта, Дауыт үҙенең хеҙмәтселәрен һәм Исраилдың бөтә ғәскәрен Йоав етәкселегендә һуғышҡа ебәрҙе. Улар, ғаммондарҙы еңеп, Раббаны ҡамауға алды. Дауыт иһә Йәрүсәлимдә ҡалды.
Дауыт Авишайға: – Инде Бихри улы Шевағтың беҙгә Авшаломға ҡарағанда ла күберәк зыян килтереүе бар. Минең кешеләремде ал да уны эҙәрләргә сыҡ. Юғиһә уның, берәй нығытылған ҡалаға барып, күҙебеҙҙән юғалыуы бар, – тине.
Дошмандарымды эҙәрләп ҡырҙым. Тар-мар итмәйенсә боролманым.
Йоавтың туғаны Серуяһ улы Авишай утыҙ ҡаһармандың башлығы ине. Бер ваҡыт ул, һөңгөһөн күтәреп, өс йөҙ кешене үлтерҙе лә теге өс батыр кеүек дан ҡаҙанды.
Серуяһ улы Авишай Тоҙло үҙәндә эдомдарҙың ун һигеҙ меңлек ғәскәрен ҡыйрата.