10 Ғәскәрҙең ҡалғанын ҡустыһы Авишайға тапшырҙы һәм Авишай уларҙы ғаммондарға ҡаршы теҙеп ҡуйҙы.
– Әгәр арамиҙар мине еңә башлаһа, һин миңә ярҙамға килерһең, ә ғаммондар һине ҡыҫырыҡлай башлаһа, мин ярҙамға килермен, – тине ул. –
Йоав, дошман ғәскәрҙәренең алдан да, арттан да торғанын күреп, исраилдарҙың иң яҡшы яугирҙәрен һайлап алды ла уларҙы арамиҙарға ҡаршы ҡуйҙы.
Дауыт кешеләрен өс өлөшкә бүлде. Беренсеһенә – Йоавты, икенсеһенә Йоавтың туғаны – Серуяһ улы Авишайҙы, өсөнсөһөнә Ғаҫ кешеһе Иттайҙы башлыҡ итте. Батша яугирҙәренә: – Мин дә һеҙҙең менән барам! – тине.
Йоавтың туғаны Серуяһ улы Авишай утыҙ ҡаһармандың башлығы ине. Бер ваҡыт ул, һөңгөһөн күтәреп, өс йөҙ кешене үлтерҙе лә теге өс батыр кеүек дан ҡаҙанды.
Серуяһ улы Авишай Тоҙло үҙәндә эдомдарҙың ун һигеҙ меңлек ғәскәрен ҡыйрата.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ғаммон батшаһы Нахаш мәрхүм булып, уның урынына улы тәхеткә ултыра.