9 «Кил яныма, үлтер мине, – тине ул. – Үлем ғазабына тарыным, ә йәнем һаман сыҡмай».
Мин уның янына килдем дә, бындай ауыр яраларҙан һуң йәшәй алмаясағын күреп, үлтерҙем. Мин уның башындағы тажы менән беләҙеген алдым һәм бына һин хакимыма килтерҙем.
«Кем һин?» – тип һораны ул минән. «Мин – ғәмәлек кешеһемен», – тинем.
Шаул ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер, – ти. – Юҡһа, анау сөннәтһеҙҙәр килеп мәсхәрә итер. Әммә ҡорал йөрөтөүсеһе, бик ныҡ ҡурҡҡанлыҡтан, баш тарта. Шунда Шаул ҡылысын ала ла үҙе уның өҫтөнә йығыла.
Ул көндәрҙә кешеләр үлем эҙләр, әммә тапмаҫ. Бик ныҡ үлергә теләрҙәр, тик үлем уларҙан ҡасыр.
Авимәләх тиҙ генә үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһен саҡырып алды ла: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер! Минең хаҡта: «Уны ҡатын кеше үлтерҙе», – тип әйтмәһендәр, – тине. Ҡорал йөрөтөүсе егет уға ҡылысы менән сәнсте, һәм Авимәләх йән бирҙе.
Шаул ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер. Юҡһа, анау сөннәтһеҙҙәр килеп, мине сәнсер һәм мәсхәрә итер, – тине. Әммә ҡорал йөрөтөүсеһе, бик ныҡ ҡурҡҡанлыҡтан, баш тартты. Шунда Шаул ҡылысын алды ла үҙе уның өҫтөнә йығылды.