8 «Кем һин?» – тип һораны ул минән. «Мин – ғәмәлек кешеһемен», – тинем.
Унан боролоп, улар Ғейн-Мишпатҡа, йәғни Ҡадешҡа килделәр, ғәмәлектәрҙең бөтә ерҙәрен баҫып алдылар һәм Хасасон-Тамарҙа йәшәгән әмөриҙәрҙе ҡыйраттылар.
Дауыт хәбәр алып килгән егеттән: – Һин ҡайҙанһың? – тип һораны. – Мин бер килмешәк ғәмәлек кешеһенең улы булам, – тип яуап бирҙе егет.
Шунда ул артына әйләнеп ҡараны ла, мине күреп, янына саҡырҙы. «Бойор, тыңлайым», – тинем мин.
«Кил яныма, үлтер мине, – тине ул. – Үлем ғазабына тарыным, ә йәнем һаман сыҡмай».
Шунан һуң Билғам Ғәмәлек халҡына ҡараны ла пәйғәмбәрлек ҡылып әйтте: «Ҡәүемдәр араһында ғәмәлек – беренсе, Тик уны ла көтә һәләкәт».
Хәҙер бар ҙа ғәмәлектәрҙе ҡыйрат. Нимәләре бар, шуларҙың бөтәһен дә харам ҡыл. Ҡыҙғанма уларҙы: ирҙәрен һәм ҡатындарын, үҫмерҙәрен һәм имсәк балаларын, эре һәм ваҡ малын, дөйәһен һәм ишәген – һәммәһен дә үлтер», – тип бойора.
Был ваҡыт эсендә Дауыт менән кешеләре Шурҙан алып Мысырға тиклемге был ерҙәрҙә элек-электән йәшәгән гешури, гирзи халыҡтарына һәм ғәмәлектәргә баҫҡынсылыҡ итте.
Өсөнсө көндө Дауыт менән кешеләре ҡайтып етте. Ул арала ғәмәлектәр Негевҡа һәм Сиҡлағҡа баҫҡынсылыҡ иткән. Ҡаланы үртәгәндәр,
Дауыт унан: – Һин кемдекеһең? Ҡайҙан киләһең? – тип һораны. – Мысыр кешеһемен, бер ғәмәлектең ҡоло инем. Өс көн элек ауырып киттем, шуға күрә хужам мине ташлап ҡалдырҙы, – тип яуапланы егет. –
Дауыт уларға һөжүм итте һәм бер эңерҙән икенсе эңергә тиклем ҡырҙы. Дөйәләргә менеп ҡасҡан дүрт йөҙ егеттән башҡа ҡотолоп ҡалған кеше булманы.