7 Шунда ул артына әйләнеп ҡараны ла, мине күреп, янына саҡырҙы. «Бойор, тыңлайым», – тинем мин.
– Мин осраҡлы ғына Гилбоағ тауына барып сыҡҡайным, ҡараһам, Шаул һөңгөһөнә таянып тора. Дошмандың яу арбалары менән һыбайлылары уға яҡынлашып килә ине.
«Кем һин?» – тип һораны ул минән. «Мин – ғәмәлек кешеһемен», – тинем.
Шаул улы Йонаҫандың балаһы Мефи-Бошеҫ, Дауыт батша алдына килеп, ихтирам менән йөҙтүбән ергә ҡапланды. – Мефи-Бошеҫ! – тип өндәште уға Дауыт. – Мин ҡолоң бындамын, – тип яуапланы Мефи-Бошеҫ.
Шунда бөйөк Хакимдың тауышын ишеттем. Ул: – Кемде ебәрәйем? Беҙҙең өсөн кем барыр? – тине. – Бына мин! Мине ебәр! – тинем.
«Мине һорамағандарға яуап бирергә әҙер инем, Мине эҙләмәгәндәргә табылдым. Исемем менән саҡырмаған ҡәүемгә: „Мин бындамын – бында!“ – тинем.
Авимәләх тиҙ генә үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһен саҡырып алды ла: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер! Минең хаҡта: «Уны ҡатын кеше үлтерҙе», – тип әйтмәһендәр, – тине. Ҡорал йөрөтөүсе егет уға ҡылысы менән сәнсте, һәм Авимәләх йән бирҙе.
Шаул Ахимәләхкә: – Эй Ахитув улы, мине тыңла! – тине. – Эйе, хакимым! – тине Ахимәләх.