5 – Шаул менән уның улы Йонаҫандың үлгәнен ҡайҙан беләһең? – тип һораны Дауыт хәбәр алып килгән егеттән.
– Ни булды? Һөйлә әле миңә, – тип һораны Дауыт. Теге кеше былай тине: – Яугирҙәр алыш яланын ташлап ҡасты, бик күп кеше ҡырылды, Шаул менән улы Йонаҫан да һәләк булды.
– Мин осраҡлы ғына Гилбоағ тауына барып сыҡҡайным, ҡараһам, Шаул һөңгөһөнә таянып тора. Дошмандың яу арбалары менән һыбайлылары уға яҡынлашып килә ине.
Бер ҡатлы әҙәм һәр һүҙгә ышанып бара, зирәк кеше алдын-артын ҡарап йөрөй.
Алланың шөһрәте – эш-ғәмәлдәрҙе сер итеп тотоу, батшаларҙың даны – эштәрҙе тикшереп, асылын белеү.