21 Эй Гилбоағ тауҙары! Өҫтөгөҙгә ысыҡ төшмәһен, ямғыр яумаһын, Уңыш бирер баҫыуҙарың булмаһын! Шунда шөһрәтен юғалтты баһадирҙар ҡалҡаны, Шаулдың ҡалҡанына май һөртөлмәҫ инде.
Пелештиҙәр менән исраилдар араһында һуғыш барған саҡта, бер мәл Исраил яугирҙәре пелештиҙәрҙән ҡаса башлай һәм күбеһе Гилбоағ тауында һәләк булып йығыла.
Иртәгәһенә, һәләк булғандарҙы таларға килгән пелештиҙәр, Гилбоағ тауында Шаул менән уның улдарының мәйетен табып ала.
Муйының зауыҡ менән ҡоролған Дауыт манараһы һымаҡ. Уны гүйә мең ҡалҡан биҙәгән, Барыһы ла ҡаһармандарҙың ҡалҡаны.
Табын ҡоролған, Келәмдәр түшәлгән, ашап-эсәләр… Тороғоҙ, эй ғәскәр башлыҡтары, Ҡалҡандарығыҙҙы майлағыҙ!
Уны ташландыҡ хәлгә төшөрәм: Ботаҡтарын тәрбиәләп киҫмәҫтәр, Ерен йомшартмаҫтар – Әйҙә сәнскәк менән билсән баҫһын. Болоттарға бойороҡ бирәм: Өҫтөнә ямғыр яумаһын.
Раббы Хаким былай ти: „Ул үлеләр донъяһына төшкән көндө Мин ер аҫты һыуҙарына, уны ҡыҙғанып, йәш түгергә ҡуштым; Мин даръяны бикләнем, уның ағымдарын быуҙым, һәм оло һыуҙар туҡтаны. Уның хаҡына Мин Ливан тауҙарын ҡараңғылыҡ менән сорнаным, һәм ҡырҙағы бөтә ағастар шиңде.
Раббы ҡорамына икмәк саҙаҡаһы ла, Түкмә ҡорбан да килеүҙән туҡтаны. Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – ҡайғыра.
Кем белә, бәлки, һеҙҙе йәлләр ҙә ниәтенән кире ҡайтыр, Артынса бәрәкәт бирер, Ул саҡта Аллағыҙ Раббыға икмәк саҙаҡалары, Түкмә ҡорбандар килтерерһегеҙ.
„Мероз ҡалаһын ләғнәтлә! – тине Раббы фәрештәһе. – Унда йәшәүселәрҙе ҡарға! Улар Раббыға ярҙамға килмәнеләр. Баһадирҙарға ҡаршы алышҡа Ярҙамға килмәнеләр Раббыға“.
Шемуил, май һауытын алып, Шаулдың башына зәйтүн майы ҡойҙо. Шунан Шаулды үбеп, былай тине: – Раббы һине Үҙенең биләмәһе булған Исраилға хаким итеп мәсехләй.
Пелештиҙәр исраилдарға ҡаршы һуғыш алып бара ине, бер мәл Исраил яугирҙәре пелештиҙәрҙән ҡаса башланы һәм күбеһе Гилбоағ тауында һәләк булып йығылды.
Иртәгәһенә һәләк булғандарҙы таларға килгән пелештиҙәр Гилбоағ тауында Шаул менән уның өс улының мәйетен табып алды.