19 «Эй Исраил, һинең күркең тауҙарыңда башын һалды! Ҡайһылай ҡоланы бәһлеүәндәр!
Шаул менән Йонаҫан ниндәй һөйкөмлө, ғәзиз, Йәшәүҙә лә, үлемдә лә айырылмаҫ булды улар. Бөркөттән дә етеҙ булдылар, Арыҫландан көслө булдылар.
Яу ҡырында баһадирҙар ҡоланы! Һинең ҡалҡыулыҡтарыңда Йонаҫан һәләк булды.
Ҡайһылай ҡоланы баһадирҙар! Һуғыш ҡоралдары ҡырылды!»
Ул көндө Раббының үҫентеһе күркәм һәм шөһрәтле буласаҡ, ерҙең емеше Исраил халҡының ҡотолоп иҫән ҡалғандарына ғорурлыҡ һәм гүзәллек килтерәсәк.
Ул Раббы алдында бер үҫенте кеүек, Ҡоро тупраҡтағы шытым һымаҡ күтәрелде. Уның ҡиәфәтендә беҙ һоҡланырҙай Күркәмлек тә, бөйөклөк тә, Беҙҙе үҙенә йәлеп итә алырҙай Һис бер нәмә юҡ ине.
Ана бөйөк Хаким асыуынан Сион-ҡыҙҙы Һәр тарафтан болот менән ҡапланы! Исраилдың данын күктән ергә быраҡтырҙы, Аяҡтары аҫтындағы баҫҡысты Асыулы көнөндә хәтеренә төшөрмәне.
Башыбыҙҙан тажыбыҙ ҡоланы, Ҡайғы беҙгә! Гонаһ ҡылдыҡ.
Шунан «миһырбан» тигән таяғымды алдым да, бөтә халыҡтар менән төҙөшкән килешеүемде юҡ итер өсөн, уны һындырҙым.
Мине һарыҡ һатыусы сауҙагәрҙәр ялланы – уларҙың салырға тәғәйенләнгән һарыҡтарын көтә башланым. Ҡулыма ике таяҡ алдым. Уларҙың береһен «миһырбан», икенсеһен «берҙәмлек» тип атаным һәм улар менән малдарҙы көттөм.
Иртәгәһенә һәләк булғандарҙы таларға килгән пелештиҙәр Гилбоағ тауында Шаул менән уның өс улының мәйетен табып алды.