17 Дауыт Шаул менән уның улы Йонаҫан хаҡында ҡайғы йыры башҡарҙы.
Ҡәнғәндә йәшәгән кешеләр Горен-Атадтағы матәмде күреп: – Ҡара, нисек үкһеп илай был мысырҙар! – тиеште. Шуға ла Иордан аръяғындағы был урын Авел-Мисраим тип атала.
«Эй Исраил, һинең күркең тауҙарыңда башын һалды! Ҡайһылай ҡоланы бәһлеүәндәр!
Батша Авнер хаҡында ошондай ҡайғылы йырын йырланы: «Бер ахмаҡтай үлергәме ине Авнерға?
Йошияһ тураһында Йермеяһ һыҡтау йыры сығарған; бөгөнгө көнгө тиклем ир һәм ҡатын-ҡыҙ йырсылар ошо һыҡтау йырын башҡара. Был Исраилда йола булып киткән һәм улар Һыҡтау йырҙарына индерелгән.
Мысыр өсөн йырланасаҡ һыҡтау йыры ошо. Ҡәүемдәрҙең ҡыҙҙары йырлаясаҡ уны. Мысыр һәм уның өйөр-өйөр халҡы хаҡында йырланасаҡ ул“», – тип белдерә Раббы Хаким.