Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 9:9 - Изге Яҙма

9 Уларға: «Ата-бабаларын Мысыр еренән алып сыҡҡан Аллалары Раббынан баш тартып, башҡа илаһтарға эйәрҙеләр, шуларға табындылар һәм хеҙмәт иттеләр. Бына шуның өсөн Раббы уларға бөтә был бәлә-ҡазаларҙы күндерҙе», – тип яуап бирерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 9:9
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Исраилдың баш бәләһе мин түгел, – тип яуап ҡайтарҙы Ильяс. – Һин һәм атаңдың нәҫеле Раббының бойороҡтарын һанға һуҡмайһығыҙ, һин бәғелдәр артынан эйәрәһең.


Улар Минән ваз кистеләр, башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр, үҙ ҡулдарының эше менән Минең асыуымды ҡабарттылар, шуға күрә был урынға асыуым ялҡынланасаҡ һәм һүнмәйәсәк“.


Шуның өсөн Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә Раббының асыуы төштө һәм Ул уларҙы мәсхәрәгә ҡалдырҙы, бөлдөрҙө, мыҫҡыл итте – быларҙы үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп тораһығыҙ.


Уларға: «Ата-бабаларының Аллаһынан, Мысыр еренән алып сыҡҡан Раббынан баш тартып, башҡа илаһтарға эйәрҙеләр, шуларға табындылар һәм хеҙмәт иттеләр. Бына шуның өсөн Раббы уларға бөтә был бәлә-ҡазаларҙы күндерҙе», – тип яуап бирерҙәр.


Һине үҙ яуызлығың үҙе язалар, Хыянатың үҙе һине фашлар. Аллаң Раббыны ташлауыңдың, Минән ҡурҡа белмәүеңдең Ниндәй яман һәм аяныс икәнен күр ҙә аңла, – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Был ҡала эргәһенән бик күп ҡәүемдәр үтеп йөрөр. Бер-береһенән: «Ниңә Раббы бындай бөйөк ҡалаға быларҙы эшләне икән?» – тип һорарҙар.


Хуш еҫ төтәтеп, һеҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдығыҙ, Уның әйткәндәрен тыңламанығыҙ, ҡануны, ҡағиҙә һәм күрһәтмәләре буйынса йәшәмәнегеҙ, шуға күрә лә, бөгөн күргәнегеҙсә, башығыҙға был афәт килде.


Кешеләр: „Аллабыҙ Раббы ни өсөн беҙгә бөтә быларҙы эшләне?“ – тип һораған ваҡытта, былай тип яуап бирерһең, Йермеяһ: „Һеҙ Мине ташланығыҙ, үҙ ерегеҙҙә сит илаһтарға хеҙмәт иттегеҙ. Шуға күрә сит ерҙәрҙә яттарға хеҙмәт итерһегеҙ“».


Уларҙы кем тапһа, шул ашаны. Дошмандары: „Беҙ ғәйепле түгел, Улар ғәҙеллек төйәге булған Раббы, Ата-бабаларының өмөтө булған Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылды“, – тине.


Яныңдан үткәндәр бот сабып аптырар, Мыҫҡыллап һыҙғырып ҡуйыр: «Бөтә донъяның шатлығы, Гүзәллек өлгөһө булған ҡала ошомо?» – тип, Йәрүсәлим-ҡыҙға ҡарап башын сайҡар.


бөтә ер яна, көкөрт һәм тоҙ менән үртәлә, иген игелмәй, тупраҡ һөрөлмәй ҙә, сәселмәй ҙә, хатта үлән дә үҫмәй. Ил Раббының асыуы менән юҡ ителгән Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим ҡалалары кеүек булған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ