4 Һин дә атайың Дауыт кеүек саф күңел һәм намыҫ менән Минең юлымдан йөрөһәң, барыһын да Мин бойорғанса эшләһәң, ҡағиҙәләрем һәм күрһәтмәләремде ғәмәл ҡылһаң,
Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренеп былай тине: – Мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алламын. Минең юлымдан йөрө, камил бул.
Ибраһим бит үҙе миңә «ул минең һеңлем» тип әйтте. Ҡатын үҙе лә «был минең ағайым» тип таныштырҙы. Намыҫым да, ҡулым да таҙа минең!
Сөнки мин Раббының юлын тотам, Алламдан йөҙ бороп, яманлыҡ ҡылмам.
Әгәр ҙә һин ҡолом Дауыт кеүек әйткәндәремде еренә еткереп үтәһәң, ҡанундарымды һәм бойороҡтарымды ғәмәлгә ашырһаң, Минең күҙ алдымда дөрөҫ булған эштәрҙе башҡарһаң, юлымдан йөрөһәң, һинең менән булырмын, Исраилды һиңә биреп, һинең йортоңдо, Дауыттың йорто һымаҡ, мәңгегә батша йорто итермен.
Сөләймән өлкәнәйгәс, ҡатындары уны башҡа илаһтар артынан әйҙәне. Шуға күрә батша, атаһы Дауыттан айырмалы рәүештә, үҙенең Аллаһы Раббыға бар булмышы менән тоғро булманы.
Шул рәүешле ул Раббы күҙендә яман булғанды эшләне, Раббыға тоғро ҡалған атаһы Дауыт кеүек булманы.
Батшалыҡты Дауыт нәҫеленән тартып алып һиңә бирҙем. Әммә һин бойороҡтарымды үтәгән, бөтөн булмышы менән Миңә бирелгән, күҙ алдымда дөрөҫ ғәмәлдәр ҡылған Дауытҡа оҡшамағанһың.
Сөнки, хитти Урияһҡа ҡарата булған ҡылығын һанамағанда, Дауыт ғүмеренең ахырына тиклем Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр эшләне, Раббының ҡушҡандарынан тайпылманы.
Әгәр һин дә атайың Дауыт кеүек ҡағиҙәләремә һәм бойороҡтарыма буйһоноп, Минең юлымдан йөрөһәң, оҙон ғүмер ҙә бирермен.
Сөләймән атаһы Дауыттың васыяты буйынса йәшәп, Раббыға һөйөүен раҫланы, табыныу ҡалҡыулыҡтарында ғына ҡорбан салды, хуш еҫ төтәҫләне.
Сөләймән Уға: – Һин атайым Дауытҡа, Үҙеңдең ҡолоңа, Һиңә тоғро булғаны, ихлас күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәне өсөн бөйөк һәм тоғро мөхәббәтеңде күрһәттең, – тип яуап ҡайтарҙы. – Уны Үҙеңдең оло мәрхәмәтеңдән ҡалдырмай, бөгөн тәхетендә ултыртыр өсөн бер ул бирҙең.
– Бына һин ҡорам төҙөйһөң. Минең ҡанундарымды тотоп, ҡағиҙәләрем буйынса йәшәһәң, бойороҡтарымды үтәһәң, атайың Дауытҡа биргән вәғәҙәмде һинең аша бойомға ашырырмын.
Инде, йә Раббым, Исраил Аллаһы, ҡолоңа, атайым Дауытҡа биргән тағы бер вәғәҙәңде үтәһәң ине. Уға: «Балаларың да һинең кеүек хаҡ юлымдан йөрөһәләр, һин Миңә хеҙмәт иткән һымаҡ хеҙмәт итһәләр, Исраил тәхетендә нәҫелең өҙөлмәҫ», – тип әйткәйнең.
– Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы.
ә атаһының Аллаһына ынтыла, Уның бойороҡтарын үтәй, исраилдарға эйәрмәй.
Йә Раббым, доғамды ишет, Ялбарыуҙарым Һиңә барып олғашһын.
Ҡорамға артылыусылар йыры. Инде былай тиһен Исраил: «Йәш сағымдан мине ныҡ иҙҙеләр, –
Раббыға әйтермен: «Һин – минең Хакимым. Һинән башҡа минең бәхетем юҡ!»
Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы – минең яҡтылығым, ҡотҡарыусым, Кемдән ҡурҡайым мин? Раббы – тормошом ҡәлғәһе, Кемдән өркәйем мин?
Эй Раббы, юлыңды өйрәт миңә! Ҡарап торған дошмандар алдында Мине дөрөҫ һуҡмаҡтан алып бар.
Тура юлдан йөрөгән имен йәшәр, кәкре юлдан киткән фаш ителер.
Тәҡүә кеше хәләл донъя көтә, үҙенән һуң килгән нәҫеле лә бәхетле булыр.
Намыҫлы йәшәгән хәүефһеҙ ғүмер кисерер; ҡыя юлдан йөрөгән һөрөнөп ҡолар.
Минең ҡанундарыма күрә эш итә, Ҡағиҙәләремде ихлас тота – Шул тәҡүә кеше. Һис шикһеҙ, ул йәшәйәсәк, – тип белдерә Раббы Хаким. –
– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Әгәр Минең юлымдан йөрөһәң, ҡушҡандарымды теүәл үтәһәң, йортомда етәкселек итерһең, ихаталарымды ла һин ҡарарһың. Мин һиңә ошонда торғандар араһында йөрөргә хоҡуҡ бирермен.
Улар икеһе лә, Раббының бойороҡтарын да, Ул ҡушҡан башҡа күрһәтмәләрҙең барыһын да теүәл үтәп, Алла алдында тәҡүә һаналды.
Әгәр Аллағыҙ Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалып, бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәрҙән өҫтөн итер.