22 Ә исраилдарҙы Сөләймән ҡолға әйләндермәне. Улар батшаға һуғышсылар, ярандар, түрәләр, ғәскәр башлыҡтары, яу арбаларында һәм атлы ғәскәрендә башлыҡ булараҡ хеҙмәт итте.
Был – Сөләймәндең тәхет-түшәге! Алтмыш баһадир уратҡан уны, Исраилдың батыр егеттәре.
„Үҙен һиңә һатып, алты йыл хеҙмәт иткән ғиври ҡәрҙәшеңде һәр етенсе йыл азат ит; һиңә алты йыл эшләгәс, уны иреккә ебәр“, – тинем. Әммә ата-бабаларығыҙ Мине тыңламаны, ҡолаҡ һалманы.
Әгәр ҙә берәй ҡәрҙәшең ярлыланһа һәм һиңә ҡоллоҡҡа һатылһа, уны ҡол кеүек эшләргә мәжбүр итмә.