Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 9:1 - Изге Яҙма

1 Сөләймән Раббы ҡорамын, батша һарайын һәм үҙе теләгән бөтә нәмәләрҙе һалдырып бөткәс,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 9:1
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөләймән Мысыр фирғәүененең ҡыҙына өйләнде. Шул рәүешле ул фирғәүен менән туғанлашты. Кәләшен Дауыт ҡалаһына төшөрҙө. Батша һарайын, Раббы ҡорамын һәм Йәрүсәлимде уратып диуарҙар төҙөгәнгә тиклем шунда йәшәнеләр.


Сөләймән Раббы ҡорамының нигеҙен батшалыҡ итеүенең дүртенсе йылында зив айында һалдырғайны.


Ә үҙ һарайын һалдырыр өсөн Сөләймәнгә ун өс йыл кәрәк булды. Бына һарай төҙөлөшө лә тамамланды.


Сөләймән «Ливан урманы йорто» тип аталған һарай һалды. Уның оҙонлоғо – йөҙ, киңлеге – илле, бейеклеге утыҙ терһәк ине. Унда дүрт рәт кедр бағаналар һәм бағаналар өҫтөндә кедр бурсалар бар ине.


Раббы ҡорамындағы бөтә эштәрҙе тамамлағандан һуң, Сөләймән батша, атаһы Дауыт Раббыға бағышлаған бүләктәрҙе – алтын-көмөш һәм башҡа әйберҙәрҙе алып килеп, Раббы ҡорамының хазина келәтенә ҡуйҙы.


Унан һуң батша халыҡты өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе. Улар батшаға фатиха ҡылып, Раббының ҡоло Дауытҡа һәм Үҙенең халҡы Исраилға күрһәткән бөтә яҡшылыҡтарына һөйөнөп, бик ҡәнәғәт булып таралды.


Сөләймән егерме йыл буйы ике йорт – Раббы ҡорамын һәм батша һарайын – төҙөнө.


Тир батшаһы Хирам Сөләймәнгә күпме теләһә шул тиклем кедр һәм кипарис ағастары, алтын биреп торҙо. Сөләймән батша Хирамға был хеҙмәттәре өсөн Галилея ерендә егерме ҡала бирҙе.


Шулай уҡ кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәттәр, яу арбалары менән аттар тора торған бөтә ҡалаларҙы һалдырҙы. Йәрүсәлимдә һәм Ливанда, үҙе хакимлыҡ иткән бөтә ерҙә нимә теләй, шуларҙы тотош төҙөтөп бөттө.


Сөләймән доғаны тамамлағас, күктән ут төшә, тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарҙы ялмай. Раббының шөһрәте ҡорамды тултыра.


Сөләймән Раббы ҡорамы менән батша һарайын төҙөтөп бөтә, ниәт иткәндең барыһын да уңышлы бойомға ашыра.


Сөләймән егерме йыл буйы Раббы ҡорамын һәм үҙ һарайын төҙөй.


Бағалаҫты төҙөкләндерә, шулай уҡ кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәттәр, яу арбалары менән аттар тора торған бөтә ҡалаларҙы һалдыра. Йәрүсәлимдә һәм Ливанда, үҙе хакимлыҡ иткән бөтә ерҙә, нимә теләй, шуларҙы тотош төҙөтөп бөтә.


Күҙем төшкән һис нәмәнән баш тартманым, Күңелемде бер ләззәттән дә тыйманым, Сөнки йәнем һәр эшемдән зауыҡланды; Был ауыр хеҙмәтем өсөн бүләк булды.


Мин бөйөк эштәр башҡарҙым: үҙемә йорттар һалдым, йөҙөм баҡсалары ултырттым,


Күпкә өмөт иткәнсе, булғанына ҡәнәғәт булыу хәйерлерәк. Был да – буш мәшәҡәт һәм ел артынан ҡыуыу.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ