9 Исраил халҡын Мысыр еренән алып сыҡҡан заманда Раббы улар менән килешеү төҙөгән Хорев тауында Муса һандыҡ эсенә ике таҡтаташ һалғайны. Уларҙан башҡа һандыҡта бер нәмә лә юҡ ине.
Шунда ата-бабаларыбыҙҙы Мысыр еренән алып сыҡҡандан һуң Раббының улар менән төҙөгән килешеүе һалынған һандыҡты урынлаштырҙым.
Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан заманда, Раббы улар менән килешеү төҙөгән Хорев тауында, Муса һандыҡ эсенә ике таҡтаташ һалған була. Уларҙан башҡа һандыҡта бер нәмә лә булмай.
Был ҡолғалар шул тиклем оҙон булып, уларҙың остары ҡорам залының эске бүлмә ҡаршыһындағы өлөшөнән күренеп тора, әммә тышҡы яҡтан күренмәй. Ҡолғалар бөгөнгәсә шунда тора.
Раббы көндөҙ юл күрһәтер өсөн болот бағанаһы эсендә, төндә иһә юл яҡтыртыр өсөн ут бағанаһы эсендә уларҙың алдынан барҙы. Шунлыҡтан улар көндөҙ ҙә, төндә лә туҡтамай атланы.
Таң алдынан Раббы болот һәм ут бағанаһы араһынан Мысыр ғәскәренә күҙ ташланы һәм уларҙы ҡурҡыуға һалды.
Һарун Исраил йәмғиәте менән һөйләшкән саҡта, улар сүл яғына әйләнеп ҡараны һәм бына болотта Раббының шөһрәте күренде.
– Бер һауыт алып, уға бер ғомер майҙә тултыр ҙа, быуындан-быуынға һаҡлар өсөн, Раббы хозурына ултыртып ҡуй, – тине Муса Һарунға.
Мин һиңә бирәсәк килешеү таҡтаташтарын һандыҡ эсенә һал.
Һандыҡтың эсенә Мин һиңә бирәсәк килешеү таҡтаташтарын һал да ҡапҡасын яп.
Муса килешеү таҡтаташтарын алып килеп һандыҡ эсенә һалды. Һандыҡҡа ҡолғаларҙы беркетеп, өҫтөнә ҡапҡасын ҡуйҙы,
Раббының шөһрәте, кирубтар өҫтөнән күтәрелеп, ҡорамдың тупһаһына барып туҡтаны. Ҡорам – болот менән, ә ихата эсе Раббы шөһрәтенең балҡышы менән тулды.
– Ағайың Һарунға әйт, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға теләһә ҡайһы ваҡытта инмәһен, Изге һандыҡ өҫтөндәге ҡапҡасҡа яҡынламаһын, юғиһә үлер. Мин бит ҡапҡас өҫтөндә, болот эсендә пәйҙә булырмын.
Раббы Мусаға былай тине: – Һарундың таяғын, фетнәселдәргә билдә итеп, улар Миңә һуҡранып үлемгә дусар булмаһын өсөн, Килешеү һандығы алдына ҡабат һаҡлауға һал.
Изге сатыр ҡоролған көндө уны – Килешеү сатырын – болот ҡапланы, өҫтөндә кистән таңғаса гүйә ут янып торғандай булды.
– Был ҡанун китабын алығыҙ ҙа уны Аллағыҙ Раббының Килешеү һандығы янына һалығыҙ. Ул унда һеҙгә ҡаршы шаһит булып ятыр.
Ул һеҙгә килешеүен, йәғни һеҙгә үтәргә әмер иткән ун бойороғон иғлан итте. Уларҙы ике таҡтаташҡа яҙҙы.
Унда хуш еҫ төтәҫләгес алтын ҡорбан усағы һәм алтын менән көпләнгән Килешеү һандығы, майҙә һалынған алтын һауыт, Һарундың бөрөләнгән таяғы һәм килешеү бойороҡтары яҙылған таҡтаташтар урынлаштырылғайны.
Алла йорто Алланың шөһрәтенән һәм ҡөҙрәтенән төтөн менән тулды, һәм ете фәрештәнең ете бәлә-ҡазаһы тамамланмайынса, унда бер кем инә алманы.