Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 8:7 - Изге Яҙма

7 Кирубтар, ҡанаттарын һандыҡ ҡуйылған урын өҫтөндә йәйеп, һандыҡты ла, уны күтәреп йөрөтә торған ҡолғаларҙы ла ҡаплап тора ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 8:7
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөләймән кирубтарҙы ҡорамдың төпкө өлөшөнә урынлаштырҙы. Кирубтарҙың береһенең асыҡ ҡанаты бер диуарға, икенсеһенеке икенсе яҡтағы диуарға, икенсе ҡанаттары бүлмә уртаһында бер-береһенә тейеп тора ине.


Ҡаһиндар Раббының Килешеү һандығын тәғәйен ергә, ҡорамдағы эске бүлмәгә, Иң мөҡәддәс урынға, кирубтарҙың ҡанаттары аҫтына, килтереп урынлаштырҙы.


Был ҡолғалар шул тиклем оҙон булып, уларҙың остары ҡорам залының эске бүлмә ҡаршыһындағы өлөшөнән күренеп тора, әммә тышҡы яҡтан күренмәй ине. Ҡолғалар бөгөнгәсә шунда тора.


Кирубтарҙың ҡанаттары, өҫкә йәйелеп, һандыҡ ҡапҡасын ҡаплап торһон. Улар бер-береһенә йөҙҙәре менән ҡапма-ҡаршы торһон һәм ҡапҡас өҫтөнә ҡараһын.


Өҫтөндә серафтар кәйелә; һәр береһенең алтышар ҡанаты бар: икеһе менән йөҙҙәрен, икеһе менән аяҡтарын ҡаплағандар, икеһе менән осалар.


Йәнә йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма ябырҙар, өҫтөнә тағы ла зәңгәр йәймә ҡапларҙар һәм күтәреп йөрөтә торған ҡолғаларҙы дүңгәләктәргә кейҙереп ҡуйырҙар.


Ә һандыҡ өҫтөндәге «гонаһтарҙан паклау урыны» тип аталған ҡапҡасты ҡанаттарының күләгәһе менән ҡаплап, Алла шөһрәтен сағылдырған кирубтар тора ине. Ул хаҡта хәҙер ентекләп һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ