Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 8:58 - Изге Яҙма

58 Уның юлынан йөрөгәнебеҙ, ата-бабаларыбыҙға биргән бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын теүәл үтәгәнебеҙ өсөн Раббы күңелебеҙҙе Үҙенә йәлеп итһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 8:58
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡаршыһында ялбарып һөйләгән был һүҙҙәрем көнө-төнө Аллабыҙ Раббы илтифатында булһын. Ул мин ҡолоң һәм халҡы Исраилды көнө-төнө ҡурсалап торһон.


Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хаҡлығы иһә мәңгелек.


Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Ҡара булһам да, Ҡыдар сатырҙарылай, Сөләймәндең шаршауҙарылай матур мин.


Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр.


Инде хәҙер, эй Исраил, мин һеҙгә өйрәтәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла. Уларҙы үтәһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, аталарығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә бирәсәк илгә килеп, уға хужа булырһығыҙ.


Мысырҙан сыҡҡандан һуң, Муса исраилдарға белдергән күрһәтмәләр, ҡағиҙәләр һәм ҡанундар ошо. Муса уларҙы исраилдар Мысырҙан сыҡҡандан һуң, Иордан йылғаһының көнсығыш ярында Бейт-Пеғорға ҡаршы үҙәндә торғанда иғлан итте. Элек бында Хешбонда идара иткән әмөриҙәр батшаһы Сихондың ере ине. Әммә Муса һәм Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡандан һуң уны тар-мар итте.


Бына Аллағыҙ Раббы һеҙгә өйрәтергә ҡушҡан бойороҡтар, ҡағиҙәләр һәм ҡанундар. Һеҙ үҙегеҙгә биләмә итеп алыр өсөн барған ерҙә уларҙы үтәргә тейешһегеҙ.


Сөнки Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк һәм эш итеү һәләте уятып, Алла Үҙе һеҙҙә эш итә.


Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән-мәңгегә дан. Амин.


– Шулай булғас, үҙегеҙҙәге бөтә сит илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм барлыҡ уй-теләктәрегеҙҙе Исраил Аллаһы Раббыға йүнәлтегеҙ, – тине Йушағ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ