Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 8:56 - Изге Яҙма

56 – Әйткән һүҙен тотоп, халҡы Исраилға именлек биргән Раббы мөбәрәк булһын! Ҡоло Муса аша биргән вәғәҙәләренең береһе лә бушҡа сыҡманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 8:56
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Белегеҙ, Раббының Ахав нәҫеленә ҡарата әйткән бер генә һүҙе лә бойомға ашмай ҡалманы, Раббы ҡоло Ильяс аша ни белдергән булһа, шуларҙың барыһын да ғәмәл ҡылды, – тине.


Раббы, Исраил Аллаһы Мәңге-мәңгегә мөбәрәк булһын! Шунан барса халыҡ: «Амин!» – ти һәм Раббыны данлай.


Бына һинең улың тыуыр: ул тыныслыҡ кешеһе булыр. Мин уны уратып алған бөтә дошмандарынан тыныслыҡ бирермен, шуға күрә уның исеме Сөләймән булыр. Уның осоронда Исраилға тыныслыҡ һәм именлек бирермен.


Илдә тыныслыҡ булған дәүерҙә ул Йәһүҙә ҡалаларын нығыта. Раббы уға тыныс тормош биргән өсөн, ул йылдарҙа һуғыштар булмай.


– Һеҙҙе мысырҙарҙың һәм фирғәүендең ҡулынан ҡотҡарған Раббы мөбәрәк булһын! – тине Итро. – Халыҡты мысырҙарҙың иҙеүенән Ул азат иткән!


Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.


Ә бына Иордан йылғаһын кисеп, Аллағыҙ Раббы биләмә итеп бирәсәк ергә төйәкләнгәс, Раббы һеҙҙе тирә-яғығыҙҙағы бөтә дошмандарҙан ҡотҡарып тынысландырасаҡ һәм һеҙ имен-аман йәшәйәсәкһегеҙ.


Үҙегеҙ, улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ, ир һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, үҙ өлөшө һәм биләмәһе булмаған һәм ҡалаларығыҙҙа йәшәгән левиҙәр Аллағыҙ Раббы алдында бергәләшеп күңел асығыҙ.


Ҡасан Раббы, һеҙгә биргән кеүек, туғандарығыҙға ла тыныслыҡ бирә, ҡасан улар Иордан аръяғындағы Аллағыҙ Раббы үҙҙәренә вәғәҙә иткән ерҙәрҙе биләй, тик шул саҡта ғына һәр берегеҙ мин һеҙгә биргән биләмәләрегеҙгә кире ҡайтырһығыҙ».


Шемуил ҙурайҙы. Раббы һәр саҡ уның менән булды һәм Шемуилдың пәйғәмбәрлек һүҙҙәренең барыһын да ғәмәлгә ашырып торҙо.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ