50 Һинең алда ҡылған гонаһтарын, хилаф эштәрен ярлыҡа. Халҡыңды әсир иткәндәрҙең күңелендә шәфҡәт уят, улар халҡыңа мәрхәмәтле булһын.
Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – уларҙың доғаһын һәм ялбарыуын ишет тә уларҙың яҡлаусыһы бул,
Раббыға ҡабат йөҙ борһағыҙ, туғандарығыҙ һәм балаларығыҙ үҙҙәрен әсирлеккә алғандарҙың миһырбанына юлығыр һәм ошо ергә әйләнеп ҡайтыр, сөнки Аллағыҙ Раббы мәрхәмәтле һәм рәхимле, Уға ҡайтһағыҙ, Ул һеҙҙән ситкә боролмаҫ».
Ул доғаларын юллай һәм Алла уға илтифат итә, уның ялбарыуын ишетә, Йәрүсәлимгә ҡайтарып, тәхетенә ултырта. Шунда Менашше Раббының Алла икәнлеген аңлай.
Бына ошо Ғөзәйер Бабилдан ҡайтырға сыға. Ул Исраил Аллаһы Раббы тарафынан Мусаға бирелгән ҡанунды яҡшы белгән ғилем эйәһе була. Аллаһы Раббының ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, батша Ғөзәйерҙең һәр теләген бойомға ашыра ине.
Эй бөйөк Хакимым, ялбарамын, Һинең исемеңде сикһеҙ ололауҙан ҡыуаныс тапҡан ҡолоңдоң доғаһын, барлыҡ ҡолдарыңдың доғаһын ишетә генә күрһәң ине. Бына хәҙер Үҙ ҡолоңа ярҙам итһәнә, батшаның мәрхәмәтенә юлыҡтырһана Раббым. Мин ул ваҡыт батшаның шарап ҡойоусыһы инем.
Ул хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек ярата, Ер Раббының тоғро мөхәббәте менән тулы.
Мин шулай итермен: мысырҙарҙа һеҙгә ҡарата миһырбан тойғоһо уятырмын. Унан буш ҡул менән китмәҫһегеҙ.
Кешенең юлы Раббыға хуш булһа, Раббы уны дошмандары менән дә яраштыра.
уны барлыҡ бәләләренән ҡотҡарып торған. Алла, Йософҡа зирәк аҡыл биреп, уға Мысыр батшаһы фирғәүендең яҡшы мөнәсәбәтен яуларға мөмкинлек биргән. Фирғәүен уны тотош Мысырға һәм үҙенең һарайына идарасы итеп ҡуйған.