49 Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – уларҙың доғаһын һәм ялбарыуын ишет тә уларҙың яҡлаусыһы бул,
күктәрҙән уларҙың доғаларына һәм үтенестәренә ҡолаҡ һал һәм уларҙың яҡлаусыһы бул.
үҙҙәрен әсир иткән дошмандарының илендә ата-бабаларына Һин биргән ерҙәр, Һин һайлаған ҡала, Һинең исемеңә бағышлап мин төҙөткән йорт яғына ҡарап, Һиңә ысын күңелдән һәм бөтә йөрәктән боролоп, доға ҡылһалар,
Һинең алда ҡылған гонаһтарын, хилаф эштәрен ярлыҡа. Халҡыңды әсир иткәндәрҙең күңелендә шәфҡәт уят, улар халҡыңа мәрхәмәтле булһын.
Йә Раббы Аллабыҙ, инде беҙҙе Санхеривтың ҡулынан ҡотҡарһана, бөтә донъя батшалыҡтары Һинең, йә Раббым, берҙән-бер Алла булғаныңды белһен.