44 Халҡың дошмандарына ҡаршы Һин күрһәткән юл менән һуғышҡа инһә һәм Һин Үҙең һайлап алған ҡалаға, мин Һиңә бағышлап төҙөгән ҡорамға боролоп Раббыға доға ҡылһа,
Дауыт Раббынан: – Пелештиҙәргә ҡаршы сығайыммы? Һин уларҙы минең ҡулыма тапшыраһыңмы? – тип һораны. Раббы Дауытҡа: – Бар, ҡаршы сыҡ! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы.
Дауыт тағы Раббыға һорау менән мөрәжәғәт итте, һәм Ул былай тип яуап ҡайтарҙы: – Уларҙың ҡаршыһынан барма, арт яҡтан урап, тут ағастары яғынан бар.
«Халҡым Исраилды Мысырҙан алып сыҡҡан көндән алып, исемем шунда булһын, тип ҡорам төҙөһөндәр өсөн Исраил ырыуҙарының береһенең дә ҡалаһын һайламаным. Халҡым Исраилға идара итһен өсөн Дауытты һайланым».
күктәрҙән уларҙың доғаларына һәм үтенестәренә ҡолаҡ һал һәм уларҙың яҡлаусыһы бул.
Яу арбаларының башлыҡтары Йеһошафатты күрә лә, Исраил батшаһы икән тип уйлап, алышыр өсөн уны уратып ала. Ләкин Йеһошафат ҡысҡырып ебәрә, һәм Алла уға ярҙам итә. Алла уны һаҡлап алып ҡала,
Йеһошафат Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим халҡы алдына – Раббы ҡорамының яңы ихатаһына сығып баҫа ла
Хизкияһ батша менән Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр, доға ҡылып күктәрҙән ярҙам ялбара.
Халҡың дошмандарына ҡаршы Һин күрһәткән юл менән һуғышҡа инһә һәм Һин Үҙең һайлап алған ошо ҡалаға, мин Һиңә бағышлап төҙөгән ҡорамға боролоп Һиңә доға ҡылһа,
Даниил, бындай фарман сығарылғанын белә тороп та, өйөнә ҡайтыр һәм, өҫкө ҡатындағы тәҙрәләре Йәрүсәлим яғына ҡараған бүлмәгә инеп, әүәлгесә, көнөнә өс тапҡыр үҙ Аллаһы алдына теҙләнеп, Уға доға ҡылыр, Уны данлар булды.
Девора бер көндө, кеше ебәреп, Нафтали ырыуы биләмәһендәге Ҡәдәш ҡалаһынан Авиноғам улы Бараҡты саҡыртып алды: – Исраилдың Аллаһы Раббы һиңә былай тип бойора: «Үҙең менән Нафтали һәм Зевулун ырыуҙарынан ун мең кеше алып, Тавор тауына менеп баҫ.
Шунда Раббы уға табан боролдо ла: – Әйҙә, үҙеңдә булған көсөң менән барып исраилдарҙы мидйәндәр ҡулынан ҡотҡар, Мин һине Үҙем ебәрәм, – тине.
Раббы һиңә әмер бирҙе. «Бар, залим ғәмәлектәрҙе харам ҡыл. Бөтәһен дә ҡырып бөтөргәнгә тиклем улар менән һуғыш», – тип һине яуға оҙатты.
Хәҙер бар ҙа ғәмәлектәрҙе ҡыйрат. Нимәләре бар, шуларҙың бөтәһен дә харам ҡыл. Ҡыҙғанма уларҙы: ирҙәрен һәм ҡатындарын, үҫмерҙәрен һәм имсәк балаларын, эре һәм ваҡ малын, дөйәһен һәм ишәген – һәммәһен дә үлтер», – тип бойора.
Дауыт Раббынан: – Был баҫҡынсыларҙың артынан төшһәм, уларҙы ҡыуып етә алырмынмы? – тип һораны. – Арттарынан төш, мотлаҡ ҡыуып етерһең һәм әсирҙәрҙе ҡотҡарырһың, – тине Раббы.