Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 8:43 - Изге Яҙма

43 Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп уға ҡолаҡ һал, бөтә үтенестәрен ғәмәл ҡыл. Донъялағы бар ҡәүемдәр, халҡың Исраил кеүек, Һинең исемеңде белһен, Һинән дәһшәтләнһен, мин төҙөгән ошо ҡорамдың Һинең исемеңә бағышланғанын белһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 8:43
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Киске ҡорбан мәле еткәс, Ильяс усаҡ эргәһенә килеп: – Эй Раббы, Ибраһим, Исхаҡ һәм Исраил Аллаһы! Үҙеңдең Исраилдағы Алла, минең иһә Һинең ҡолоң булғанымды һәм быларҙың барыһын да Һинең ҡушыуың буйынса эшләгәнемде күрһәт, – тине. –


Шул саҡта донъялағы барса ҡәүемдәр белер: бары тик Раббы ғына Алла һәм Унан башҡа алла юҡ.


Йә Раббы Аллабыҙ, инде беҙҙе Санхеривтың ҡулынан ҡотҡарһана, бөтә донъя батшалыҡтары Һинең, йә Раббым, берҙән-бер Алла булғаныңды белһен.


Раббыға шөкөр итегеҙ, исеме менән саҡырығыҙ, Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында иғлан итегеҙ!


Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп уға ҡолаҡ һал, бөтә үтенестәрен ғәмәл ҡыл. Донъялағы бар ҡәүемдәр, халҡың Исраил кеүек, Һинең исемеңде белһен, Һинән дәһшәтләнһен, мин төҙөгән ошо ҡорамдың Һинең исемеңә бағышланғанын белһен.


Әҙәм ғүмере – гүйә бер үлән; Ялан гөлө һымаҡ сәскә атыр,


Телен яманлыҡтан тыйһын, Ауыҙын мәкер өсөн асмаһын.


Ҡалҡһын Алла, таралһын дошмандары, Хозурынан ҡасһын Уға асыу тотҡандар!


Изге тауымдың һәр тарафында Һис кем яуызлыҡ һәм зыян ҡылмаҫ. Эйе, һыуҙар диңгеҙҙе тултырған һымаҡ, Ер йөҙө Раббыны танып-белеү менән тулыр.


Ҡарағыҙ, Минең исемем менән аталған ҡалаға һәләкәт юллайым икән, әллә һеҙ язаһыҙ ҡалырбыҙ тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, һеҙ язаһыҙ ҡалмаясаҡһығыҙ, сөнки Мин ер йөҙөндә йәшәгәндәрҙең барыһына ҡаршы ҡылыс саҡырам», – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Изге торлағыңдан, күктәрҙән күҙ һалсы! Халҡың Исраилға, ата-бабаларыбыҙға ант менән вәғәҙә итеп биргән ергә, һөт һәм бал ағып ятҡан ергә фатихаңды ҡыл».


Аллағыҙ Раббы, һеҙ йылғаны аша сыға алһын өсөн, алдығыҙҙа Иордандың һыуҙарын ҡоротто. Ул шулай уҡ беҙ Ҡамышлы диңгеҙен аша сыҡһын өсөн, уның төбөн дә ҡоро ер иткәйне.


Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Раббының ни тиклем ҡөҙрәтле булыуын белһен, һеҙ ҙә үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббынан һәр саҡ ҡурҡһын һәм ололаһын өсөн эшләнде был.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Бөгөн Раббы һине минең ҡулыма тапшыра. Мин һине үлтереп, башыңды ҡырҡып аласаҡмын. Ә пелешти яугирҙәренең мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә бирәсәкмен. Бөтә донъя Исраилда Алла барлығын белер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ