40 Һин Үҙең ата-бабаларыбыҙға биргән ошо тупраҡта ғүмерҙәренең ахырынаса улар Һинән ҡурҡып һәм хөрмәт итеп йәшәһен.
– Улыңа ҡул күтәрмә, – тине фәрештә. – Уға бер ни ҙә эшләмә! Хәҙер беләм, һин Алланан ҡурҡаһың – Минән берҙән-бер улыңды ла йәлләмәнең!
Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп ишет һәм ярлыҡа. Ярҙам ит, һәр береһенә ҡылғандарына күрә бир, сөнки әҙәм балаларының күңелендәген бары тик Һин генә беләһең.
Әгәр халҡың Исраилдан булмаған берәй сит кеше Һинең исемең хаҡына алыҫ илдән килһә,
– Ҡурҡмағыҙ, – тине Муса, – Алла һеҙҙе һынар өсөн, һеҙ Уны хөрмәт итеп гонаһ ҡылмаһын өсөн килде.
Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп, киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ.
Ул үҙе лә, уның бөтә ғаиләһе лә Алланы ололап, Унан ҡурҡып йәшәне. Ул йәһүдтәргә мул хәйер-саҙаҡалар бирер һәм һәр ваҡыт Аллаға доға ҡылыр булды.
Бөтә Йәһүҙиә, Галилея һәм Самария имандаштар берҙәмлегендә тыныслыҡ урынлашты, һәм ул нығынды. Раббы ҡаршыһында ҡурҡып йәшәгәнгә һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.
Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙә һеҙ ғүмерегеҙ буйы теүәл үтәргә тейеш булған ҡағиҙә һәм ҡанундар бына ошо.
Аллаң Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, бары Уның исеме менән ант ит.
Ғүмерегеҙ оҙон булһын өсөн үҙегеҙ ҙә, балаларығыҙ ҙа, балаларығыҙҙың балалары ла Аллағыҙ Раббынан ҡурҡығыҙ, һеҙгә минең аша еткерелгән барлыҡ ҡағиҙә һәм бойороҡтарын ғүмерегеҙ буйы үтәгеҙ.
Беҙгә ҡаҡшамаҫ батшалыҡ бирелә, шуға күрә рәхмәтле булайыҡ, ихтирам һәм ҡурҡыу менән Алла хуш күрерлек итеп башыбыҙҙы эйәйек һәм Уға хеҙмәт итәйек,
Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Раббының ни тиклем ҡөҙрәтле булыуын белһен, һеҙ ҙә үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббынан һәр саҡ ҡурҡһын һәм ололаһын өсөн эшләнде был.
Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та исемеңде кем данламаҫ? Бары Һин генә изгеһең, бөтә халыҡтар хозурыңа килерҙәр, улар Һиңә сәждә ҡылырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды.
Тәхеттән былай тип өндәшкән тауыш килде: – Алланың бөтә ҡолдары, Унан ҡурҡыусылар, ябайҙар һәм бөйөктәр, Аллабыҙҙы маҡтағыҙ!
Тик Раббынан ҡурҡығыҙ, Уға бөтә йөрәктән тоғро хеҙмәт итегеҙ. Уның һеҙҙең өсөн ниндәй бөйөк эштәр башҡарғанын аңлағыҙ!