35 Улар, Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылған өсөн күк көпләнеп, ямғыр яумағанда, ошо урынға ҡарап доға ҡылһа, исемеңде атап ялбарһа, Һин уларҙы язалағанға күрә гонаһтарынан ваз кисһә,
Халыҡ һанын алғандан һуң, Дауыттың йөрәгендә тыныслыҡ бөттө. Дауыт Раббыға: – Мин былай эшләп, ауыр гонаһ ҡылдым, – тине. – Хәҙер, Раббым, Һиңә ялбарып, шуны һорайым: ҡолоңдоң гонаһын ярлыҡа, аҡылһыҙҙарса эш иткәнмен.
Ғад Дауытҡа килеп: – Илеңдә ете йыл аслыҡ булһынмы, әллә өс ай буйына дошмандарың эҙәрләп, уларҙан ҡасып йөрөйһөңмө, йәки илеңдә өс көнгә үләт таралһынмы? Хәҙер уйла ла әйт: Раббыға мин ниндәй яуап бирергә тейешмен? – тип белдерҙе.
Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе.
Һиңә ҡарата эшләгән гонаһтары өсөн дошмандарынан еңелгәс, халҡың Исраил ҡабат Һинең хозурыңа боролоп ҡайтһа, исемеңде әйтеп ялбарһа, ошо ҡорамда доға ҡылып Һиңә үтенһә,
күктәрҙән беҙҙе ишет тә халҡың Исраилдың гонаһын ярлыҡа һәм уларҙы ата-бабаларына Үҙең биргән илгә кире ҡайтар.
Һиңә ҡарата эшләгән гонаһтары өсөн дошмандарынан еңелгәс, халҡың Исраил ҡабат Һиңә боролоп ҡайтһа, исемеңде әйтеп ялбарһа, ошо ҡорамда доға ҡылып, Һинең хозурыңда үтенһә,
Улар, Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылған өсөн күк көпләнеп, ямғыр яумағанда, ошо урынға ҡарап доға ҡылһа, исемеңде атап ялбарһа, Һин уларҙы язалағанға күрә гонаһтарынан ваз кисһә,
Ул һыуҙарҙы туҡтатһа – ҡоролоҡ булыр, Ебәрһә, ерҙе һыу баҫыр.
Уны ташландыҡ хәлгә төшөрәм: Ботаҡтарын тәрбиәләп киҫмәҫтәр, Ерен йомшартмаҫтар – Әйҙә сәнскәк менән билсән баҫһын. Болоттарға бойороҡ бирәм: Өҫтөнә ямғыр яумаһын.
Әммә халыҡ үҙен туҡмаған Раббыға боролманы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһын эҙләмәне.
– Эй әҙәм улы, әгәр ҙә берәй ил, Миңә булған тоғролоғон онотоп, гонаһ ҡылһа, Мин, уға ҡаршы ҡулымды күтәреп, ризыҡҡа сик ҡуйһам, уға аслыҡ ебәрһәм һәм кешеләрен, мал-тыуарын һәләк итә башлаһам,
Самария ғәйебенә күрә язаһын күтәрер, Сөнки Аллаһына ҡаршы баш күтәрҙе: Уның халҡы ҡылыстан һәләк булыр, Сабыйҙары киҫәктәргә тураҡланыр, Йөклө бисәләрҙең ҡорһаҡтары бүҫелер.
Тиҫкәре тәкәбберлегегеҙҙе һындырырмын, күгегеҙ тимер, ерегеҙ баҡыр һымаҡ булыр.
Шул арҡала күк һеҙгә ысығын, Ер уңышын бирмәй.
Ер йөҙөндәге халыҡтарҙың ҡайһыларылыр Батшаға – Күк ғәскәрҙәре Раббыһына – ғибәҙәт ҡылыр өсөн Йәрүсәлимгә бармаһа, уларҙа ямғыр яумаҫ.
Ҡорамымда ризыҡ булһын – Бөтә ғөшөрҙө келәткә килтерегеҙ. Мине шуның менән һынағыҙ: Һеҙҙең өсөн күк ҡабағын асмаҫмынмы, Фатиханы самаһыҙҙан ҡоймаҫмынмы? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
Һеҙҙе ышандырып әйтә алам: Ильяс пәйғәмбәр көндәрендә өс йыл һәм алты ай буйы, күк йөҙө ябылып, ямғыр яуманы, бөтә Исраил иле ҡот осҡос аслыҡтан интекте. Исраилда тол ҡатындар күп ине,
Әгәр Ғайсаны Раббы тип таныһаң һәм Алланың Уны үленән терелтеүенә ихлас ышанһаң, ҡотоласаҡһың.
Мәсих Алланы шәфҡәтлелеге өсөн башҡа халыҡтар ҙа данлаһын өсөн килде. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Шуға ла Һине ят ҡәүемдәр араһында данлармын, исемеңә мәҙхиә йырлармын».
Әммә һаҡ булығыҙ, күңелегеҙ алданып, юлдан яҙып, башҡа илаһтарға хеҙмәт итә һәм табына башламағыҙ.
Ул саҡта Раббының асыуы ялҡынланыр һәм Ул күктәрҙе бикләп ҡуйыр, ямғыр булмаҫ, ер үҙенең уңышын бирмәҫ. Ә һеҙ Раббы бирәсәк бәрәкәтле ерҙә бик тиҙ һәләк булырһығыҙ.
Ерегеҙгә ямғырҙы ваҡытында яуҙырыр, башҡарған бар эштәрегеҙгә фатиха бирер өсөн күктәрҙең игелекле хазинаһын асыр. Бик күп халыҡтарға бурысҡа бирерһегеҙ, ә үҙегеҙ бурысҡа алмаҫһығыҙ.
Уларҙың, пәйғәмбәрлек иткән ваҡытта ергә ямғыр яумаһын тип, күкте ҡаплап ҡуйырға вәкәләттәре бар. Һыуҙы ҡанға әйләндерергә лә, үҙҙәре теләгән ваҡытта ергә һәр төрлө бәлә-ҡазалар ебәреп зыян килтерергә лә вәкәләттәре бар.