34 күктәрҙән беҙҙе ишет тә халҡың Исраилдың гонаһын ярлыҡа һәм уларҙы ата-бабаларына Үҙең биргән илгә кире ҡайтар.
Алдыңда йәйрәп ятҡан ошо ерҙәрҙе Мин һиңә һәм киләсәк тоҡомдарыңа мәңгелеккә бирәсәкмен.
Ошо урынға ҡарап доға ҡылған мин ҡолоңдоң һәм халҡың Исраилдың ялбарыуҙарын ишет. Күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан тороп ишет һәм ярлыҡа!
Һиңә ҡарата эшләгән гонаһтары өсөн дошмандарынан еңелгәс, халҡың Исраил ҡабат Һинең хозурыңа боролоп ҡайтһа, исемеңде әйтеп ялбарһа, ошо ҡорамда доға ҡылып Һиңә үтенһә,
Улар, Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылған өсөн күк көпләнеп, ямғыр яумағанда, ошо урынға ҡарап доға ҡылһа, исемеңде атап ялбарһа, Һин уларҙы язалағанға күрә гонаһтарынан ваз кисһә,
Мин Һиңә тоғромон, йәнемде һаҡла, Эй Аллам, Һиңә өмөт бағлаған ҡолоңдо ҡотҡар!
Мин һеҙҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып барырмын, уны һеҙгә биләмәгә бирермен. Мин – Раббы».
– Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраил менән Йәһүҙәне кешеләр һәм мал-тыуар менән тултырырмын.
«Мин уларҙы асыулы, ярһыулы сағымда ҡаты нәфрәттә ҡыуып ебәргән барса илдәрҙән йыйып алырмын һәм, бында алып ҡайтып, имен-аманлыҡта йәшәтермен.
Һинең беҙҙең хаҡта һәм беҙҙең хакимдар хаҡында әйткән һүҙҙәрең ысынға сыҡты: Һин беҙҙең өҫкә ҙур афәт яуҙырҙың – Йәрүсәлимдәге кеүек хәлдең күктәр аҫтында булғаны юҡ ине әле.
Бөйөк Хакимым, ишет! Бөйөк Хакимым, кисер! Бөйөк Хакимым, ҡолаҡ һал! Беҙҙең үтенесебеҙҙе үтә, кисекмә – Үҙең хаҡына, Аллам минең, сөнки был – Һинең исемеңде йөрөткән Үҙеңдең ҡалаң һәм Үҙ халҡың.
Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып, мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапҡыр етешәр йыл һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр.
Саранча ерҙәге бар үләнде, сәсеүлектәрҙе ашап бөттө, һәм мин: – Эй Раббы Хаким, ярлыҡаһаңсы. Яҡуп нәҫеле нисек түҙер? Ул бик аҙ һанлы бит, – тинем.
Мин һеҙгә һайларға тәҡдим иткән фатиха йәки ләғнәт башығыҙға килгәндә, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе һибеп таратҡан ҡәүемдәр араһында шуларҙы хәтерләйәсәкһегеҙ.
Ер сигенә һөрөлгән булһағыҙ ҙа, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе йыйып алып кире ҡайтарыр.
Раббы Исраил халҡының ата-бабаларына ант иткәнсә, был ерҙәрҙең барыһын да исраилдарға бирҙе. Улар был ерҙәргә хужа булып, шунда төйәкләнде.