32 күктәрҙән ҡолаҡ һал да ҡолдарыңа хөкөмөңдө сығар: ғәйеплене яуапҡа тарттырып, ҡылғанына күрә язала, ғәйепһеҙҙең хаҡлығын күрһәт һәм хаҡлығының әжерен бир.
Тәҡүәлегемә күрә әжерен бирә Раббы, Ғәмәлдәремдең сафлығына күрә бүләкләй.
Раббы ул түккән ҡанды уның үҙ башына төшөрәсәк. Ул, атайым Дауытҡа белдермәйенсә, һис бер ғәйепһеҙгә үҙенән һәйбәтерәк һәм тоғрораҡ ике кешене – Исраил ғәскәре башлығы Авнер Нер улын һәм Йәһүҙә ғәскәре башлығы Ғамаса Йәҫәр улын ҡылыстан үткәрҙе.
Уларҙың ҡаны мәңгелеккә Йоавтың һәм тоҡомоноң башына төшһөн. Ә Дауытҡа һәм тоҡомона, уның ғаиләһенә һәм тәхетенә Раббы мәңгегә именлек бирһен!
Ләкин Эстер батша янына кергәс, тегеһе фарман сығарҙы һәм Һамандың йәһүдтәргә ҡаршы яуыз уйы үҙ башына төштө: Һаманды улдары менән бергә дар ағасына аҫып ҡуйҙылар.
Халыҡтарға хөкөм ҡыла Раббы. Раббы, минең дә дәғүәмде ҡара; Хаҡлығыма, паклығыма күрә ҡарар сығар.
Ялған эштән алыҫ тор. Ғәйепһеҙҙе һәм хаҡлыны үлемгә дусар итмә, сөнки Мин ундай яуызлыҡ ҡылған әҙәмде аҡламайым.
Мөхәббәтен меңенсе быуынға ҡарата ла һаҡлай; ғәйептәрҙе, гонаһтарҙы һәм енәйәттәрҙе ғәфү итә. Әммә ғәйеплене ғәйепһеҙ тип танымай: аталарының ғәйебе өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалар.
эштәренең әсе емешен татыр, яман ниәттәре менән туйыныр улар.
Яманды яҡлау, ғәйепһеҙгә ғәйеп ташлау – икеһе лә Раббы күҙендә әшәкелек.
Бөтә Исраил нәҫеле Раббы арҡаһында аҡланыр һәм дан ҡаҙаныр!
Килем алыр өсөн үтескә аҡса бирһә, Уны арттырып алһа, Бындай кеше тере ҡалырмы? Юҡ, ул тере ҡала алмай! Бөтә был әшәкелектәрҙе ҡылған өсөн Ул һис шикһеҙ үлтерелер. Үлемендә үҙе ғәйепле булыр.
Гонаһ ҡылған кеше үләсәк. Улы атаһының ғәйебен үҙ өҫтөнә алмаҫ, ата улының ғәйебен үҙ өҫтөнә алмаҫ. Тәҡүә кеше – тәҡүәлегенең, яуыз кеше яуызлығының әжерен алыр.
Шуға күрә, эй Исраил нәҫеле, һеҙҙең һәр берегеҙҙе тотҡан юлығыҙға ҡарап хөкөм итәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Тәүбәгә килегеҙ! Гонаһығыҙ абыныу ташы булмаһын өсөн бөтә енәйәттәрегеҙҙән ваз кисегеҙ.
Мин иһә уларҙы һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен, ҡылғандарын үҙҙәренең башына төшөрәсәкмен.
Әгәр ҡатын, иренә хыянат ҡылып нәжесләнгән булһа, ҡаһин уға эсергә биргән ҡәһәрле һыу эсенә инеп, уны ауыр ғазаптарға тарытыр: уның ҡорһағы күбер, эсе төшөр, һәм ул үҙ халҡы өсөн ҡәһәрҙең нисек тормошҡа ашҡанының миҫалы булып торор.
Алла ҡанунды ишеткәндәрҙе түгел, ә уны үтәгәндәрҙе аҡлар.
Ҡасандыр мин ҡанунды белмәйенсә йәшәй инем, ләкин Алланың бойороғон белгәнемдән һуң, гонаһ терелде,
Әгәр ике кеше араһында дәғүә сыға икән, улар хөкөмдарға барһын һәм низағты хөкөмдарҙар тикшерһен: хаҡлыһын аҡлаһындар, ғәйеплеһен ғәйепле тип иғлан итһендәр.
Кеше кешегә ҡаршы гонаһ ҡылһа, Алла аралашсы була алыр. Әммә кеше Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылһа, кем уға аралашсы булыр? – тине. Тик улар аталарының әйткәнен тыңламаны, сөнки Раббы улар үлергә тейеш тип ҡарар ҡылғайны инде.