22 Сөләймән Раббының ҡорбан усағы ҡаршыһында, Исраил йыйыны алдына баҫты ла ҡулдарын күккә һоноп:
Раббыға ошо доға-үтенестәрен тамамлағандан һуң, тубыҡланған килеш ҡулдарын күккә һоноп ҡорбан усағы алдында торған Сөләймән аяғөҫтө баҫты.
Ҡараһа, ни күрә: батша тап йола ҡушҡанса ҡалҡыу урында тора, уны тирәләп хәрби башлыҡтар менән борғосолар баҫҡан, ил халҡы ҡыуаныша, борғо ҡысҡырта. Ғаҫалъяһ шунда өҫтөндәге кейемен йыртып: – Хыянат! Хыянат! – тип ҡысҡырҙы.
Бағана янында баҫып торған батша Раббы менән килешеү төҙөнө: Раббы юлынан йөрөргә, Уның бойороҡтарын, күрһәтмәләрен һәм ҡағиҙәләрен бөтә йөрәктән, ихлас күңел менән теүәл үтәргә, был китапта яҙылған килешеүҙең шарттарын ғәмәлгә ашырырға вәғәҙә бирҙе. Бар халыҡ был килешеүгә ҡушылды.
Киске ҡорбан мәле еткәс, ҡайғырып ултырған урынымдан тороп, өҙгөләнеп бөткән кейемдә теҙләндем дә, ҡулдарымды Аллам Раббыма һоноп
Әгәр ҙә йөрәгеңде Аллаға бағышлаһаң, Ҡулдарыңды Уға табан һонһаң,
Раббы исеменең данын танығыҙ! Мөҡәддәс балҡышы хозурында Раббыға сәждә ҡылығыҙ!
Улар телдәрен ҡылыстай үткерләйҙәр, Ағыулы һүҙҙәрен уҡ һымаҡ сәпкә төҙәйҙәр.
Болот бағанаһын күреп, бөтәһе лә үҙ сатырҙары алдында сәждә ҡыла.
– Ҡаланан сығып, ҡулдарымды Раббыға табан күтәреү менән, йәшен туҡтар, боҙ яумаҫ булыр. Шул саҡ ерҙең Раббыныҡы булғанын белерһең.
Муса, фирғәүен янынан китеп, ҡаланан сыҡты ла ҡулдарын Раббыға табан һондо – күк күкрәү менән боҙ яуыуы туҡтаны, ямғыр тынды.
Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.
Инде ирҙәрҙең ярһымайынса һәм бәхәсләшмәйенсә, саф намыҫ менән ҡулдарын күтәреп доға ҡылыуҙарын теләйем.