15 Батша былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Ул атайым Дауытҡа Үҙ теле менән әйткәнен Үҙ ҡулы менән бойомға ашырҙы. Ул былай тигәйне:
Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтереү тамамланғас, Дауыт халыҡты Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исеме менән фатихаланы.
Хәҙер инде, эй Раббы Аллам, Үҙеңдең ҡолоң һәм уның йорто тураһында әйткәнеңде мәңгелеккә нығыт, нимә әйткән булһаң, шуны бойомға ашыр.
– Бар, ҡолом Дауытҡа әйт, Раббы былай ти: «Һиңәме ни Мин төйәкләнер йортто һалырға?
Раббы, Исраил Аллаһы Мәңге-мәңгегә мөбәрәк булһын! Шунан барса халыҡ: «Амин!» – ти һәм Раббыны данлай.
Ул Миңә бағышлап йорт төҙөр, ә Мин уның тәхетен мәңгелеккә нығытырмын.
Минең исемемә бағышланған йортто ул төҙөр. Ул Миңә – улым, ә Мин уға Атай булырмын, Исраил өҫтөндә уның батшалыҡ тәхетен мәңгелеккә нығытырмын», – тине.
Дауыт бар йыйын алдында Раббыға шөкөр итеп былай ти: – Эй Раббы, атабыҙ Исраилдың Аллаһы, мәңге мөбәрәк бул!
Бынан һуң Дауыт йыйылған бар халыҡҡа былай ти: – Аллабыҙ Раббыға шөкөр ҡылығыҙ. Бар йыйын аталарының Аллаһы Раббыға шөкөр итә, маҡтауҙар яуҙыра, Уға сәждә ҡыла һәм батшаға баш эйә.
Дүртенсе көндө Шөкөр үҙәненә йыйылалар, шунда Раббыға шөкөр ҡылалар. Шуға күрә был ерҙе әлегәсә Шөкөр үҙәне тип йөрөтәләр.
Батша былай ти: – Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Ул атайым Дауытҡа Үҙ теле менән әйткәнен Үҙ ҡулы менән бойомға ашырҙы. Ул бит:
Левиҙәрҙән Йешуағ, Ҡадмиил, Бани, Хашавнеяһ, Шеревъяһ, Һодияһ, Шеванъяһ, Пеҫахъяһ: – Аяҡҡа баҫығыҙ ҙа мәңгелектән мәңгелеккә булған Аллабыҙ Раббыны данлағыҙ! – тинеләр. – Эй Раббы, Һинең мөҡәддәс исемең маҡтаулы, һәр төрлө маҡтау-данлауҙарҙан өҫтөн!
Ҡасан ятып, ҡасан торғанымды беләһең, Уйҙарымды алыҫтан аңлап тораһың.
Әммә, киреләнеп, баш тартһағыҙ, Һеҙҙе ҡылыс ашап бөтөрәсәк». Был – Раббының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр.
Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.
– Раббыны, Исраилдың Аллаһын данлайыҡ! Ул халҡына ярҙамға килде һәм уға ҡотолоу бирҙе,
Был турала Ул бик күп йылдар элек Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткәйне.
Шулай Алла ата-бабаларыбыҙға шәфҡәт күрһәтә, Үҙе төҙөгән изге килешеүҙе –
Беҙҙе күктәге бөтөн рухи байлыҡтар менән Мәсихтә фатихалаған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһы һәм Аллаһы данланһын.
Исраилдарға Раббы биргән игелекле вәғәҙәләрҙең береһе лә үтәлмәй ҡалманы – барыһы ла ғәмәлгә ашты.
Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы һәм беҙгә серемәҫ, бысранмаҫ, шиңмәҫ мираҫҡа тере өмөт бирҙе. Ул уны күктә һеҙҙең өсөн һаҡлай.
Дауыт Авигаилгә: – Бөгөн һине ҡаршыма ебәргән Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! – тип яуап ҡайтарҙы. –