Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 8:13 - Изге Яҙма

13 Мин Һиңә мөһабәт ҡорам һалдым, Ул мәңгегә Һиңә торлаҡ булһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 8:13
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Минең исемемә бағышлап йорт төҙөр, ә Мин уның батшалыҡ тәхетен мәңгелеккә нығытырмын.


Ул Миңә бағышлап йорт төҙөр, ә Мин уның тәхетен мәңгелеккә нығытырмын.


Ҡара уны, һине Раббы Изге торлаҡты төҙөр өсөн һайлаған икән, ныҡ бул һәм эшкә тотон.


Шунан һуң Дауыт улы Сөләймәнгә былай ти: – Ныҡ бул, ғәйрәтле бул, эшкә тотон! Ҡурҡма, баҙнатһыҙланма, сөнки Раббы Алла, минең Аллам – һинең менән, һин Раббы йорто өсөн кәрәк эштәрҙе эшләп бөткәнсе, Ул һинең менән булыр, һине яңғыҙ ҡалдырмаҫ.


Раббы былай тине: «Һинең улың Сөләймән Минең йортомдо һәм ихаталарымды төҙөр, сөнки уны Үҙемә ул итеп һайланым һәм Мин уға Атай булырмын.


Ә мин Һиңә мөһабәт ҡорам һалдым, Ул мәңгегә Һиңә торлаҡ булһын.


Халҡыңды килтереп ултыртырһың биләмәң булған тауыңа, Төйәкләнер өсөн Үҙеңә тип һайлаған урынға, Эй бөйөк Хакимым, Үҙ ҡулың менән торғоҙған Изге торлағыңа.


Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, был – Минең тәхетемдең урыны, аяҡ табандарым тейгән, халҡым Исраил араһында Мин мәңге йәшәйәсәк урын. Бынан ары Исраил халҡы – улар үҙҙәре лә, батшалары ла – фәхешлектәре һәм батшаларҙы ерләү йолаһы менән Минең изге исемемде нәжесләмәҫ.


Ә хәҙер улар аҙғынлыҡтарын, батшаларының мәйеттәрен Минең күҙ алдымдан алып китһен – шул саҡта Мин улар араһында мәңге йәшәрмен.


Алла йорто менән ант иткән кеше уның менән дә, уның эсендә Йәшәүсе менән дә ант иткән була.


Беҙ уның: «Назаралы Ғайса был Йортто емерәсәк һәм Мусаның беҙгә биргән йолаларын үҙгәртәсәк», – тигәнен ишеттек.


Сөнки Мәсих кеше ҡулы менән күктәге ысын Изге йортҡа оҡшатып ҡына төҙөлгән ерҙәге Изге йортҡа түгел, ә беҙҙең өсөн Алла алдында баҫырға тип, күктең үҙенә инде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ