12 Шул саҡ Сөләймән әйтте: – Раббы ҡуйы ҡараңғылыҡта төйәкләнергә теләне.
Аушайтты ла күк ҡабағын, килеп төштө, Аяҡ аҫты тома ҡараңғылыҡ ине.
Халыҡтан юғарыраҡ торған Ғөзәйер китапты асҡас, бөтә халыҡ аяғөҫтө баҫты.
Раббы Үҙенең ҡотҡарыуын белдерҙе, Ҡәүемдәргә хаҡлығын күрһәтте.
Халыҡ ситтәрәк ҡарап торҙо, Муса Алла янына, ҡара болот эсенә инеп китте.
Ысынлап та, Һин Үҙеңде йәшергән Аллаһың, Исраил Аллаһы, Ҡотҡарыусы!
– Ағайың Һарунға әйт, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға теләһә ҡайһы ваҡытта инмәһен, Изге һандыҡ өҫтөндәге ҡапҡасҡа яҡынламаһын, юғиһә үлер. Мин бит ҡапҡас өҫтөндә, болот эсендә пәйҙә булырмын.
Бына һеҙ, яҡынлашып, тауҙың итәгенә баҫтығыҙ. Тау, ялҡыны күктәргә олғашып, яна ине. Тирә-яҡты ҡара болоттар менән ҡуйы ҡараңғылыҡ ҡаплағайны.
Раббы был һүҙҙәрҙе тауҙа бөтә йыйынға ут, болот һәм ҡараңғылыҡ эсенән көслө тауыш менән һөйләне һәм быға өҫтәп башҡа бер нәмә лә әйтмәне. Шунан уларҙы ике таҡтаташҡа яҙып, миңә бирҙе.
Һеҙ ҡағылып ҡарарға мөмкин булған дөрләп янған тауға ла, эңергә һәм дөм ҡараңғыға ла, дауылға ла,