6 Оҙонлоғон – илле, иңен – утыҙ терһәк итеп, Сөләймән бағаналы зал эшләтте. Уның алдында бағаналы айуан, ә бағаналар алдында рәшәткә-кәртә бар ине.
Ҙур ихата иһә өс рәте эшкәртелгән таштан һәм бер рәте кедр бурсанан эшләнгән ҡойма менән уратып алынды. Раббы йортоноң эске ихатаһы һәм айуаны шулай уҡ ҡойма менән уратылды.
Бөтә ишектәр һәм ишек яңаҡтары дүрткел булып, диуарҙарҙағы өсәр рәт итеп уйылған тәҙрәләр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ине.