Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 7:48 - Изге Яҙма

48 Сөләймән шулай уҡ Раббы йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтте: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға алтын өҫтәл;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 7:48
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы ҡорамында йыйылған аҡсалар көмөш тастар, сеүәтәләр, шәм филтәләрен таҙартҡыстар, борғолар, алтын һәм көмөш һауыттар яһау өсөн тотонолманы.


Раббының быға тиклем әйткәндәренә ярашлы, Навуходоносор Раббы ҡорамындағы һәм батша һарайындағы бөтә хазиналарҙы Бабилға оҙатты, Исраил батшаһы Сөләймәндең Раббы ҡорамы өсөн яһатҡан бөтә алтын һауыттарын киҫәктәргә тураҡланы.


Нөгәрҙәр башлығы саф алтындан һәм көмөштән ҡойолған нәмәләрҙе – хуш еҫ төтәҫләгестәрҙе һәм сеүәтәләрҙе алып китте.


Сөләймән Алла йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтә: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға өҫтәлдәр,


Тағы ла ун өҫтәл яһатып, ҡорамдың эсендә: бишеһен – уң, бишеһен һул яҡҡа ҡуйҙыра, шулай уҡ ҡан һирпеү өсөн йөҙ алтын сеүәтә эшләтә.


Көмөш сығарылған шахталар бар, Алтын йыуа торған урындар бар.


өҫтәлде һәм уның һауыт-һабаһын, Раббы хозурына ҡуйыла торған изге икмәкте,


алтын ҡорбан усағын, мәсех майын, төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын, сатырға инер юлды ҡаплай торған ҡорманы,


Алтын ҡорбан усағын Осрашыу сатырында, пәрҙәнең алдында урынлаштырҙы;


Айуандың һәр ике яғында икешәр өҫтәл тора, уларҙа тотош яндырыу ҡорбаны, гонаһ ҡорбаны, ғәйеп ҡорбаны салалар.


Тотош яндырыу ҡорбаны өсөн шымартылған таштан буйы һәм иңе бер терһәк ярым, бейеклеге бер терһәк булған дүрт өҫтәл бар ине. Уларҙың өҫтөнә тотош яндырыу ҡорбаны һәм бүтән ҡорбандар салыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар ҡуйыла ине.


Бейеклеге өс терһәк, оҙонлоғо ике терһәк булған ҡорбан усағы – уның мөгөҙҙәре, нигеҙе, ян яҡтары – ағастан эшләнгән. Теге кеше миңә: – Был – Раббы хозурындағы өҫтәл, – тине.


Минең Изге торлағыма бары улар ғына инер, Миңә хеҙмәт итер һәм эштәремде башҡарыр өсөн өҫтәлемә бары улар ғына яҡынлашыр.


Ә һеҙ Минең исемемде хурлайһығыҙ, һеҙҙеңсә, бөйөк Хакимдың өҫтәле лә бысраҡ, ниғмәттәре лә хөрмәткә лайыҡ түгел.


Раббы туҫтағынан да, ен туҫтағынан да бер юлы эсә алмайһығыҙ. Раббының да, ендең дә табынында бер юлы ҡатнашыу мөмкин түгел.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ