44 бер баҡыр диңгеҙ һәм диңгеҙ аҫтындағы ун ике үгеҙ һыны;
Хирам түп-түңәрәк яһалма диңгеҙ ҡойҙо; ул бер яғынан икенсе яғына ун терһәк тиклем булып, бейеклеге – биш терһәк һәм әйләнәһе – бау менән үлсәһәң – утыҙ терһәк ине.
Был диңгеҙ ун ике үгеҙ өҫтөнә ҡуйылған. Был үгеҙҙәрҙең өсәүһе – төньяҡҡа, өсәүһе – көнбайышҡа, өсәүһе – көньяҡҡа, өсәүһе көнсығышҡа ҡарап тора. Диңгеҙ – үгеҙҙәр өҫтөндә, ә үгеҙҙәрҙең арт һаны эске яҡта ине.
ун таяу һәм улар өҫтөндә ун киҫмәк;