35 Таяуҙың өҫтөнә бейеклеге ярты терһәк булған ҡоршау урынлашҡан. Таяуҙың өҫкө өлөшө, терәктәре һәм ян-яҡтары бер бөтөн булып ҡойолған ине.
Һәр таяуҙың дүрт мөйөшөнә терәк ҡуйылған, улар таяу менән бер бөтөн итеп ҡойолған.
Хирам терәктәрҙә, ян-яҡтарҙа, мөмкин булған бөтә урында кируб, арыҫлан, хөрмә һүрәттәре, ә әйләнәһенә үрмә биҙәктәр уйҙы.