32 Уларҙың аҫтында дүрт тәгәрмәс ҡуйылып, тәгәрмәс күсәрҙәре таяуға беркетелгән. Һәр тәгәрмәстең бейеклеге – бер терһәк ярым.
Эске яҡтан таяу бер ярым терһәк булып, унда бер терһәк бейеклегендәге түңәрәк терәк ҡуйылған ине. Таяуҙың түңәрәк ауыҙы һәм әйләнәһе һүрәттәр менән һырлап биҙәлгән. Таяуҙың ян-яҡтары иһә түңәрәк түгел, дүрткел ине.
Был тәгәрмәстәр яу арбаларының тәгәрмәстәренә оҡшатып эшләнгән. Күсәрҙәре лә, туғындары ла, арасалары ла, көпсәктәре лә ҡойоулы.