Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 7:30 - Изге Яҙма

30 Һәр таяуҙың баҡыр күсәрле дүртәр баҡыр тәгәрмәсе һәм дүртәр терәге бар. Таяуҙың һәр мөйөшөндә ян-яҡтарына үрмә биҙәктәр төшөрөлгән терәктәр ҡуйылған, улар өҫтөнә киҫмәк урынлашҡан.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 7:30
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Таяуҙарҙың рам эсенә алынған ян-яҡтарында, шулай уҡ рамдарҙа арыҫлан, үгеҙ һәм кируб һүрәттәре төшөрөлгән; рамдарҙағы арыҫлан һәм үгеҙ һүрәттәренән өҫтәрәк һәм аҫтараҡ сүкеп эшләнгән үрмә биҙәк үтә.


Эске яҡтан таяу бер ярым терһәк булып, унда бер терһәк бейеклегендәге түңәрәк терәк ҡуйылған ине. Таяуҙың түңәрәк ауыҙы һәм әйләнәһе һүрәттәр менән һырлап биҙәлгән. Таяуҙың ян-яҡтары иһә түңәрәк түгел, дүрткел ине.


Һәр таяуҙың дүрт мөйөшөнә терәк ҡуйылған, улар таяу менән бер бөтөн итеп ҡойолған.


Ҡараһам, кирубтар янында дүрт тәгәрмәс күрҙем, һәр кирубҡа – берәр тәгәрмәс. Тәгәрмәстәр һары яҡут һымаҡ ялтырап тора.


Йән эйәләренең бер-береһенә ҡағылған ҡанаттарының тауышын, эргәләрендәге тәгәрмәстәрҙең тыҡылдағанын, бөйөк бер тетрәүҙең геүләгәнен ишеттем мин.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ