3 Бағаналар өҫтөнә рәт-рәт итеп ун бишәрләп һалынған ҡырҡ биш бурсаны кедр таҡта менән ябып, Сөләймән түбә эшләтте.
Ҡорамдың диуарын әйләндереп төкәтмә төҙөттө – ҙур зал һәм эске бүлмә тирәләй төкәтмә бүлмәләр эшләтте.
Сөләймән «Ливан урманы йорто» тип аталған һарай һалды. Уның оҙонлоғо – йөҙ, киңлеге – илле, бейеклеге утыҙ терһәк ине. Унда дүрт рәт кедр бағаналар һәм бағаналар өҫтөндә кедр бурсалар бар ине.
Өс рәт итеп уйылған тәҙрәләр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы урынлашҡайны.