21 Хирам бағаналарҙы Алла йортоноң айуанына ҡуйҙы һәм уң яҡтағыһын Яхин, һул яҡтағыһын Боғаз тип атаны.
Ғүмерең бөтөп, ата-бабаларың янына ятҡас, һинең орлоғоңдан яралған бер баланы батша итеп ҡуйырмын, уның батшалығын нығытырмын.
Ҡорам залының алғы яғындағы айуандың иңе – ун терһәк, ә буйы, тотош ҡорамдың иңе кеүек үк, егерме терһәк тәшкил итте.
Ҙур ихата иһә өс рәте эшкәртелгән таштан һәм бер рәте кедр бурсанан эшләнгән ҡойма менән уратып алынды. Раббы йортоноң эске ихатаһы һәм айуаны шулай уҡ ҡойма менән уратылды.
Был бағаналарҙың башына лилиә сәскәһенә оҡшатып яһалған таж кейҙерҙе. Бағаналар менән эште тамамлағас,
Был бағаналарҙы Сөләймән ҡорам алдына икеһен ике яҡҡа ултырта һәм уң яҡтағыһын Яхин, һул яҡҡа ҡуйғанын Боғаз тип атай.
бағаналарҙың башындағы сеүәтә һымаҡ таждарҙы уратып алған селтәрҙәрҙең икеһен дә биҙәү өсөн икешәр рәт итеп теҙелгән дүрт йөҙ анар емеше;
Минең хаҡта былай тиерҙәр: „Хаҡлыҡ менән ҡеүәт бары тик Раббыла ғына“». Уға ҡаршы асыу һаҡлағандар, Алдына килеп, оятҡа ҡалып торор.
Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.
Шуға күрә Мин һиңә әйтәм: һин – Петрус һәм Мин был ҡаяла Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген төҙөйәсәкмен. Уны үлеләр донъяһының көстәре еңә алмаҫ.
Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге тип һаналған Яҡуп, Кефас һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Барнабас менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – сит ҡәүемдәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.
Еңгән кешене Мин Аллам йортоноң бағанаһы итеп ҡуйырмын һәм ул инде унан сыҡмаҫ. Уның өҫтөнә Алламдың исемен һәм күктән, Алламдан төшәсәк ҡаланың – Йәрүсәлимдең яңы исемен һәм Үҙемдең яңы исемемде яҙырмын.
Ҡәйнәһе уға: – Бөгөн ҡайҙа башаҡ йыйҙың? Ҡайҙа эшләнең? Һиңә яҡшылыҡ күрһәткән кешегә рәхмәт яуһын, – тине. Рут ҡәйнәһенә ҡайҙа эшләгәнен һөйләне: – Бөгөн мин баҫыуында башаҡ йыйған кешенең исеме Боғаз, – тине.
Салманан – Боғаз, Боғаздан – Ғовед,