18 Хирам бағана башындағы таждарҙы биҙәүсе селтәр тирәләй ике рәт итеп анар емеше ҡойоп яһаны. Бағаналарҙың һәр икеһен ул бер төрлө итеп биҙәне.
Бағана башындағы таждарҙың һәр береһен үреп эшләнгән сылбырлы селтәр менән биҙәне: таждарҙың һәр икеһендә етешәр сылбырлы селтәр бар ине.
Айуандағы бағана баштарына ҡуйылған таждар иһә бейеклеге дүртәр терһәк булған лилиә сәскәһенә оҡшаған ине.
ике бағана, уларҙың башына сеүәтә рәүешендә ике таж, таждарҙы биҙәү өсөн ике селтәр;
Һәр бағананың бейеклеге – ун һигеҙ терһәк, башындағы тажының бейеклеге өс терһәк булып, таж тирәләй ҡуйылған селтәр ҙә, анар емештәре лә – барыһы ла баҡырҙан ҡойолған ине; селтәр менән биҙәлгән икенсе бағана ла беренсеһенә оҡшағайны.
саф алтындан ишеп ике бау яһа һәм уларҙы тирәсәләргә беркетеп ҡуй.
Түшлек өсөн саф алтындан, бау шикелле ишеп, сылбырҙар эшлә.