Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 7:14 - Изге Яҙма

14 Ул Нафтали ырыуынан бер тол ҡатындың улы ине. Тир ҡалаһынан булған атаһы баҡырсы ине. Хирам үҙе лә баҡырҙан төрлө әйберҙәр эшләүсе белекле, маһир һәм егәрле оҫта булды. Ул Сөләймән батшаға килде һәм үҙенә йөкмәтелгән бөтә эштәрҙе башҡарып бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 7:14
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Дан ырыуынан булған ҡатындың улы, ә атаһы сығышы менән Тирҙан. Хурам алтын, көмөш, баҡыр, тимер, төрлө таш һәм ағас, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, зәңгәр һәм ут-ҡыҙыл төҫтәге йоҡа етен туҡымалар, ептәр менән эш итә белә, һырлау-семәрләүгә оҫта, үҙенә ышанып тапшырылған һәр бер эштә белекле. Ул һинең һәм хакимым Дауыттың, атайыңдың, оҫталары менән бергәләп, ҡушылғандың һәммәһен дә үтәр.


Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Алла өсөн кемдең йорт һалырға көсө етер икән? Уға йорт төҙөү өсөн мин шул тиклем кем? Уға арнап ҡорбан килтерер өсөн генә булмаһа инде.


Хурам көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпер өсөн сеүәтәләр эшләй. Шулай итеп, ул Сөләймән батшаға Алла ҡорамы өсөн кәрәк булған бөтә эштәрен тамамлай:


көл көршәктәре, көрәктәр, сәнскеләр һәм башҡа кәрәк-яраҡ. Хурам-Ави Сөләймән батшаға Раббы ҡорамы өсөн яһаған был әйберҙәрҙең барыһы ла шымартылған баҡырҙан була.


Мин ҡулдарына оҫталыҡ һалған тәжрибәле һөнәр эйәләренә әйт, Миңә бағышланып, ҡаһинлыҡ итә алһын өсөн, Һарунға кейем әҙерләһендәр.


Муса Исраил халҡына былай тине: – Белегеҙ: Раббы, Йәһүҙә ырыуынан Хурҙан тыуған Ури улы Бесалилды һайлап алып,


уға Алла рухы иңдерҙе, зирәк аҡыл һәм һәләт, һәр эштә белем һәм оҫталыҡ бирҙе.


Раббы уларға һәр төрлө оҫталыҡ: семәрләү, һыр-биҙәктәрҙе уйлап сығарыу, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн һәм нәҙек етен менән сигеү, туҡыма һуғыу ҡеүәһе бирҙе.


– Бесалил, Оһолиав һәм Раббы зирәк аҡыл һәм һәләт күндергән башҡа оҫталар изге урынды эшләгәндә кәрәк булған бөтә нәмәне тап Раббы ҡушҡанса башҡарырға тейеш, – тине Муса.


Эш башлаған оҫталар Изге сатырҙы ун шаршауҙан эшләне. Шаршауҙар сиратылған нәфис етендән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һуғылып, уларға оҫта итеп кируб һүрәттәре сигелгәйне.


Ул шулай эшләргә кәрәклеген белә, Сөнки уны Алла өйрәтә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ