Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 6:7 - Изге Яҙма

7 Ҡорам төҙөлөшөндә ҡулланылған таштарҙы сығарылған урынында уҡ юнып килтерҙеләр. Төҙөлөш барышында ҡорамдың үҙендә сүкеш һәм балта кеүек бер ниндәй ҙә тимер ҡоралдың тауышы сыҡманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 6:7
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Өс ҡатлы был төкәтмәнең түбәнге ҡатының иңе – биш, икенсе ҡатының – алты, ә өсөнсө ҡатының ете терһәк ине. Төкәтмәнең тотоп тороусы бурсалары ҡорамдың диуарына кереп тормаһын өсөн, ҡорамдың диуары тышҡы яҡтан сығынтылы итеп төҙөлдө.


Түбәнге ҡатҡа инә торған ишек ҡорамдың көньяғында ине. Түңәрәк баҫҡыстар буйлап – урта, унан юғары ҡатҡа күтәрелергә кәрәк ине.


Миңә ҡорбан усағын таштан эшләр булһағыҙ, уны юнылған таштан төҙөмәгеҙ; юныу ҡоралы уны бысраҡ итер.


Башта тыштағы эштәреңде башҡар, баҫыуыңдағы эште тамамла, шунан ғына өй һалып кер.


Ул ҡысҡырмаҫ, тауышын күтәрмәҫ, Урамдарҙа өнө-тыны ишетелмәҫ.


Бөтә Йәһүҙиә, Галилея һәм Самария имандаштар берҙәмлегендә тыныслыҡ урынлашты, һәм ул нығынды. Раббы ҡаршыһында ҡурҡып йәшәгәнгә һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.


Тап бына шуның өсөн Алла беҙҙе әҙерләне һәм ышаныслы билдә итеп Үҙ Рухын бирҙе.


Яҡтылыҡ батшалығында Алла Үҙенең изге халҡына вәғәҙә иткәндән өлөш алырға һеҙҙе лайыҡлы иткәнгә Атабыҙға ҡыуанып рәхмәт әйтегеҙ.


сөнки кеше асыулы сағында Аллаға хуш килмәҫтәйҙе эшләй.


һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге ҡаһиндар булырһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ