38 Ун беренсе йылдың һигеҙенсе айы – бул айында, ҡорам алдан нисек уйланылған булһа, шул рәүешле тотош эшләнеп бөттө. Шулай итеп, Сөләймән уны ете йыл буйына төҙөнө.
Исраил халҡының Мысырҙан сығыуына дүрт йөҙ һикһән йыл үткәндән һуң, Сөләймән батша, тәхеткә ултырыуының дүртенсе йылында, йылдың икенсе зив айында Раббы ҡорамын һалдыра башланы.
Сөләймән ҡорамды төҙөп бөттө.
Сөләймән Раббы ҡорамының нигеҙен батшалыҡ итеүенең дүртенсе йылында зив айында һалдырғайны.
Сөләймән ҡорамды һалдырып бөттө. Ҡорамдың ҡыйығын ҡырлы бүрәнәләр һәм кедр таҡталар менән яптырҙы.
Ә үҙ һарайын һалдырыр өсөн Сөләймәнгә ун өс йыл кәрәк булды. Бына һарай төҙөлөшө лә тамамланды.
Сөләймән егерме йыл буйы ике йорт – Раббы ҡорамын һәм батша һарайын – төҙөнө.
– Быларҙың барыһын да Раббы әйткәндәрҙән яҙып алдым. Ул мине бөтә был төҙөлөш эштәренә төшөндөрҙө, – ти Дауыт.
Шунан һуң Дауыт улы Сөләймәнгә былай ти: – Ныҡ бул, ғәйрәтле бул, эшкә тотон! Ҡурҡма, баҙнатһыҙланма, сөнки Раббы Алла, минең Аллам – һинең менән, һин Раббы йорто өсөн кәрәк эштәрҙе эшләп бөткәнсе, Ул һинең менән булыр, һине яңғыҙ ҡалдырмаҫ.
Сөләймән егерме йыл буйы Раббы ҡорамын һәм үҙ һарайын төҙөй.
Раббы ҡорамына нигеҙ һалғандан алып уны төҙөп бөткәнгә тиклем, Сөләймәндең барлыҡ эше шулай ойошторолған була. Шулай итеп, Раббы ҡорамын төҙөү тамамлана.
Улар беҙгә ошондай һүҙҙәр менән яуап бирҙе: «Беҙ Күктәрҙең һәм Ерҙең Аллаһы ҡолдарыбыҙ. Бынан күп йылдар элек төҙөлгән йортто торғоҙабыҙ. Заманында уны Исраилдың бөйөк батшаһы төҙөп ултыртҡан булған.
Шулай итеп, Изге торлаҡ – Осрашыу сатыры эшләнеп бөттө. Исраил халҡы бөтәһен дә тап Раббы Мусаға ҡушҡанса эшләне.
Исраил халҡы бөтәһен дә, Раббы Мусаға нисек ҡушһа, шулай эшләне.
Муса улар эшләгәнде ҡарап сыҡты – бөтәһе лә Раббы ҡушҡанса башҡарылғайны. Муса уларға фатиха бирҙе.
– Был ҡорамға Зеруббавелдың ҡулдары нигеҙ һалды һәм уның ҡулдары ҡорамды төҙөп бөтәсәк. Шул ваҡытта мине һеҙгә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ.
Йәһүдтәр: – Был Йорт ҡырҡ алты йыл төҙөлдө, Һин уны өс көндә генә торғоҙмаҡсы булаһыңмы? – тинеләр.